Ғәрәптәрҙең Фарсияны яулауы
Wikimedia-Listn / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәрәптәр Сәсәниҙәр Фарсияһын VII быуат уртаһында баҫып ала һәм 644 йылда Сәсәниҙәр дәүләтен ҡыйрата, был хәл Фарсия территорияһында зороастризм көсөнөң бөтөүенә килтерә. Шуға ҡарамаҫтан 651 йылда Сәсәниҙәр тәхетенең һуңғы вариҫы Йәздәгирд III (632—651) мәкерле рәүештә үлтерелгәндән һуң ғына Сәсәниҙәр династияһы ҡолай. Фарсияның яулап алыныуы Оло Иран тип аталған территорияла зороастризм дине йоғонтоһоноң һиҙелерлек рәүештә кәмеүенә һәм һуңынан уның тулыһынса тип әйтерлек юҡҡа сығыуына килтерә.
Ғәрәптәрҙең Фарсияны яулауы | |
Урын | Ирак Арабский[d], Fars (land)[d], Хөрәсән[d], Ирак Персидский[d], Иран Әзербайжаны, Мекран[d] һәм Сәсәниҙәр дәүләте |
---|---|
Алдағы | войны с вероотступниками[d] |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Битва за Раджастан[d] |
Алмаштырылған | Арабское завоевание Средней Азии[d] |
Башланыу датаһы | 633 |
Тамамланыу датаһы | 654 |
Ҡатнашыусылар | Хаҡ хәлифәт, Сәсәниҙәр дәүләте, Арабы-христиане[d], House of Ispahbudhan[d], Дом Михран[d], Карин-Пахлевиды[d], Дабуиды[d], Эфталиты[d] һәм Византия империяһы |
Ғәрәптәрҙең Фарсияны яулауы Викимилектә |
Фарсияның бығаса булмағанса сәйәси, социаль, иҡтисади һәм хәрби йәһәттән көсһөҙлөгө арҡаһында мосолмандарҙың йоғонтоһо арта бара. Ҡасандыр донъяның иң ҙур державаһы булған Сәсәниҙәр империяһы Византияға ҡаршы алып барған ун йыллыҡ һуғышта кеше һәм матди ресурстарын тулыһынса сарыф итеп бөтә. 628 йылда Шаһиншаһ Хосров II язалап үлтерелгәндән һуң эске сәйәси хәл бик тиҙ насарая. Һөҙөмтәлә артабанғы дүрт йыл эсендә тәхеткә ун яңы дәғүәсе ултыртыла[1]. Империяның төрлө фракциялары араһында башланған граждандар һуғышы илдең үҙәкләштерелгән системаһын юҡҡа сығара.