From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәмбәриә мәсете (ғәр. مسجد العنبرية; төр. Amberiye Mescidi; рус. Мечеть Амберийе, Мечеть Хамидие) — Мәҙинә ҡалаһы мәсете, Сәғүд Ғәрәбстаны. Шулай уҡ Хәмидиә мәсете булараҡ билдәле.
Мәсет | |
Ғәмбәриә мәсете | |
Ил | Сәғүд Ғәрәбстаны |
Провинция | Әл-Мәҙинә |
Ҡала | Мәҙинә |
йүнәлеш, мәктәп | сөнни |
Мәсет төрө | Йәмиғ мәсете |
Төҙөлөш | ???—1908 йыл йылдар |
Көмбәҙҙәр һаны | 6 |
Манаралар һаны | 2 |
Торошо | эшләй |
Мәсет Викимилектә |
Ғәмбәриә мәсете Мәҙинәлә төрөктәр хакимлыҡ иткән осорҙа ғосмандар тарафынан төҙөлә.
Мәсет ғосман солтаны Әбделхәмит II бойороғо буйынса 1908 йылда Хижәз тимер юлы проекты сиктәрендә әл-Мөғәзим тимер юлы вокзалы янында төҙөлгән. Мәсет яҡын ғына урынлашҡан Ғәмбәриә ҡапҡалары хөрмәтенә шундай атама алған.
Ғосман империяһы Хижәзгә эйә булған осорҙа төҙөлгән һәм Сәғүд Ғәрәбстаны хөкүмәте емермәгән бик аҙ тарихи биналарҙың береһе — Ғәмбәриә мәсете.[1].
Ғәмбәриә мәсете ғосман архитектура стилендә төҙөлгән. Ике манараһы бар, көмбәҙҙәренең береһе ҙур, бишеһе бәләкәй[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.