Ғәлиев Ғәлийән Шәйхетдин улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәлиев Ғәлийән Шәйхетдин улы (24 апрель 1905 йыл — 16 декабрь 1964 йыл) — СССР-ҙың партия, хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, генерал-майор (1945). 1938—1941 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары. 1947—1949 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, 1950—1955 йылдарҙа СССР Мәҙәниәт министрлығы Кинофикация һәм кинофильмдарҙы прокатлау буйынса баш идаралығының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы. Башҡорт АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, ВКП (б)-ның ХVIII съезы (1939) делегаты. Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 1-се һәм 2-се дәрәжә Богдан Хмельницкий (1945), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.
Ҡыҫҡа факттар Башҡортостан АССР-ының Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары, 1937 — 1938 ...
Ғәлийән Шәйхетдин улы Ғәлиев | ||||||
| ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1937 — 1938 | ||||||
Тыуған: | 24 апрель 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе, Ҡыҙғанбаш улусы, Оло Шаҙы ауылы | |||||
Үлгән: | 16 декабрь 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (59 йәш) Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы | |||||
Партия: | КПСС | |||||
Наградалары: |
|
Ябырға
Википедияла Ғәлиев фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.