From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәбитов Риф Фәтих улы (5 декабрь 1952 йыл) — бейеүсе, балетмейстер. 2000—2004 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995).
Ғәбитов Риф Фәтих улы | ||||
Тыуған ваҡыты: | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: | ||||
Һөнәре: |
филолог, бейеүсе, балетмейстер | |||
Гражданлығы: | ||||
Театр: |
Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре дәүләт ансамбле, Стәрлетамаҡ бейеү театры | |||
Наградалары: |
|
Риф Фәтих улы Ғәбитов 1952 йылдың 5 декабрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Белорет районы) Аҙналы ауылында тыуған. Атаһы клубта эшләүсе мәҙәниәт хеҙмәткәре була, ҡурайҙа, скрипкала уйнаған, йырлаған, бейегән.
1967—1970 йылдарҙа Өфөнөң 1-се интернат-мәктәбендә уҡый һәм Башҡорт дәүләт университетының филология факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарында университеттың Екатерина Варламова етәкселек иткән «Ирәндек» халыҡ бейеү ансамблендә әүҙем шөғөлләнә.
Уҡыу йортон тамамлағас, мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.
Бейеүгә һөйөү уны Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленә алып килә, унда 1974—1992 йылдарҙа артист булып эшләй.
1992—1996 йылдарҙа Риф Ғәбитов — балет артисы һәм ансамбль ҡурайсыһы.
1995 йылда «Еҙ үксә», «Көтөүсе йыры», «Башҡортса краковяк» бейеүҙәрен ҡуйғаны һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнә.
Артист карьераһын 1996 йылда тамамлап, Ғәбитов «Социнвестбанкта» эшләй.
2000 йылда Риф Ғәбитов халыҡ бейеүҙәре ансамбленә художество етәксеһе булып кире ҡайта. 2004 йылдан Стәрлетамаҡ бейеү театрын етәкләй.
Ғаиләһе: ҡатыны Светлана Алексеевна, улы, ике ҡыҙы, ейәндәре.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.