Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы (16 декабрь 1976 йыл) — Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-педагог. 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министр урынбаҫары[2], 2014 йылдан Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы башҡарма органы вәкиле[1]. Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары[3], 2019 йылдан — рәйесе. Педагогия фәндәре кандидаты.

Ҡыҫҡа факттар 25 сентябрь 2014 йыл, 2012 — 2014 ...
Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы
Thumb
Флаг
Флаг
РФ Федераль Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе[1]
Флаг
Флаг
 25 сентябрь 2014 йыл
Флаг
Флаг
Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы башҡарма органы вәкиле[1]
 25 сентябрь 2014 йыл
Флаг
Флаг
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары[2]
2012  2014
 
Тыуған: 16 декабрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (47 йәш)
Башҡорт АССР-ы
Учалы ҡалаһы
Партия: Берҙәм Рәсәй
Белеме: Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Ғилми дәрәжәһе: Педагогия фәндәре кандидаты
 
Наградалары:
Дуҫлыҡ ордены — 2022
Ябырға

Биографияһы

Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова 1976 йылдың 16 декабрендә Башҡорт АССР-ының (1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы[4]) Учалы ҡалаһында тыуған. 1994 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогика һәм психология факультетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылда Учалы ҡалаһының 10-сы урта мәктәбендә педагог-психолог, психология уҡытыусыһы булып башлай. 2001 йылда Учалы ҡалаһы һәм районы хакимиәтенә белгес итеп эшкә саҡырыла һәм 2007 йылға тиклем унда хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһына тиклем хеҙмәт юлы үтә. 2007 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратына эшкә үрләтелә һәм унда 2010 йылға тиклем социаль үҫеш, һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллек бүлеге мөдире була. 2010—2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил. 2011—2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары[5]. 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары. 2014 йылдан Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы башҡарма органы вәкиле. Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары[3].

Лилиә Ғүмәрова — педагогия фәндәре кандидаты. Ул шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын (русса БАГСУ) «юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлаған[2].

Федерация Советындағы эшмәкәрлеге

Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарған Лилиә Ғүмәрова Рәсәй күләмендә үткәрелгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

  • Шундай уҡ маҡсаттар менән ул Башҡортостанда ла йыш була[6]
  • Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова 1 октябрҙән 5-нә тиклем уҙған «Сочи-2015» Халыҡ-ара инвестиция форумы эшендә ҡатнашты[7].
  • «Parlamentarium» ғилми бәхәс клубы эшмәкәрлегенә ярашлы, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусылары һәм студенттары менән осрашты[8].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге


Ваҡытлы матбуғаттағы сығыштары, уның менән интервьюлар

  • Лилия Гумерова: «В Послании Президента обозначены задачи социально-гуманитарной сферы в борьбе с терроризмом» — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 3 декабрь[11].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Дуҫлыҡ ордены (2022) — Рәсәй дәүләтселеген нығытыуға, парламентаризмды үҫтереүгә ҙур өлөшө һәм әүҙем закон сығарыу эшмәкәрлеге өсөн[12].
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (2018)[13]
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2015)[14].

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.