Wikimedia-Listn From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғосман империяһы солтандары исемлеге — Ғосмандар династияһынан 1299—1924 йылдары араһында иң юғары хакимдарҙарының хронологик исемлеге .
Ғосман төрөктәре Урта Азияның Мәрүә ҡалаһы тирәһендәге кайы уғыҙ ҡәбиләһенән килеп сыҡҡандар. Монголдар хжүменән ҡотолор өсөн был ҡәбиләләрҙең бер өлөшө көнбайышҡа күсенгән, бында уларҙың етәкселәре Джалал-уд-Дингә хеҙмәт иткәндәр. Һуңынан Эртогрул[1] етәкселегендә бер төркөм кайы рум солтаны I-се Кей-Кубад биләмәләренә күсте. Эртогрулға византия сигендә Анатолияла Сегют ерҙәре бирелде.
1402 йылда урта азия яугире Тамерлан Анкара тирәһендәге һуғышта ғосмандарҙы ҡыйратты[2]. Солтан I Баязит әсир төшә[3], һәм шунда вафат була. Тимур ғосман дәүләтенең бер нисә өлөшкә бүлә. Бары тик II Морат дәүләтте ҡабат берләштереп тергеҙә алған. XVI-сы быуатта башлап төрөктәрҙең көслө экспансияһы дауам итә[4].
1517 йылында Сәлим I Мысырҙағы мәмлүк дәүләтен юҡ итте һәм Мысырҙы үҙенең биләмәләренә ҡушты[5]. Шулай уҡ ул үҙенә мосолмандарҙың хәлифе титулын алды. Ғосман солтандары хәлиф титулдарын 1924 йылға тиклем йөрөткән.
Яйлап көсәйгәс, төрөк-ғосмандар бик ҙур территорияны яулап алды һәм бөтә Балҡан ярымутрауын, Кесе Азия, Төньяҡ Африканы (Мароккоға тиклем), Сүриә, Фәләстин, Ғәрәп ярымутрауы, Месопотамия, Кавказ Аръяғы һәм Ҡырым был илгә инде[6].
1909 йылда II-се Ғәбделхәмит солтанды тәхеттән төшөрәләр һәм шул ваҡиға менән Ғосман Империяһындағы абсолют монархия йығыла. Быға хәҙәре тәхет хоҡуҡтары булмаған II-се Ғәбделхәмид ҡустыһы V-се Мәхмәт тәхеткә килә[7]. Шул мәлдән Ғосман империяһының хәле тиҙ рәүештә боҙола башлай.
1922 йылда VI Мәхмәт солтан илде ҡалдырып китә. Ошо ваҡытта Ғосман империяһында монархия дефакто бөтә. Документаль рәүештә де-юре бының билдәләүе 29 октябрь 1923 йыл Төркиә Республикаһы иғлан ителеүе менән тамамлана. 1924 йылдың 3 мартында хәлифлек бөтөрөлә[8]. Артабан Төркиәлә монархия тергеҙелмәне.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.