From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғанҡа (ғәр. عنقاء ғанҡа; рус. анка ) — ғәрәп мифологияһы персонажы, Аллаһ яралтҡан мөғжизәле һәм кешеләргә дошманлыҡ ҡылған ҡоштар. Ғанҡа әле лә бар тип иҫәпләнә, әммә уларҙың һаны шул тиклем аҙ, шуға осратыуы бик ауыр. Ғанҡа күбеһенсә феникс ҡошҡа оҡшаш, мифтарға ярашлы, ул Ғәрәбстан сүллегендә йәшәгән.
Ислам риүәйәтенә ярашлы, рассиҙар элек юҡ ителгән ҫамудтарҙың вариҫтары була, Йәмәмдәге ҡоҙоҡ янында йәшәгәндәр һәм ғәләмәт ҙур ғанҡа ҡоштар һөжүменән яфаланғандар[1]. Пәйғәмбәр Ханзала Ибн Сафуан доғаһы менән Аллаһы тәғәлә ҡоштарҙы юҡҡа сығарған[2]. Ханзала халҡы пәйғәмбәрҙең вәғәздәрен тыңламай, уны ҡоҙоҡҡа ташлай. Кешеләрҙең гонаһтары өсөн язаға тарттырып, Аллаһ уларҙы юҡ иткән. "Ҡоҙоҡ кешеләре " йә Йәмәмдә, йә Әзербайжанда, йә Антакьяла йәшәүе ихтимал тигән фараздар бар[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.