From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғабдрахман (татар. Габдрахман, рус. Абдрахманово) — Татарстан Республикаһының Әлмәт районындағы ауыл. Ғабдрахман ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
Ауыл | |
Ғабдрахман | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+4 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
16, 116 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ауыл Дала Зәйе йылғаһы буйында, Әлмәт ҡалаһынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Абдрахман — Юрмый улустары башҡорттарының ауылы. XVIII быуатта нигеҙләнгән. Ауыл һуңыраҡ Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙе составында була. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына керә[2]. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл башта Әлмәт улусы, ә 1918 Ҡаратай улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда 2 һыу тирмәне, 2 мәсет һәм 2 мәктәп теркәлгән, шаршамбы һайын баҙар булған[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылда Әлмәт районына составына инә[1].
1783 йылда ауылда 164 йән типтәр; 1795 йылда — 217 типтәр; 1816 йылда — 15 ихатала 66 башҡорт; 1834 йылда ир енесле 94 йән башҡорт һәм 183 йән типтәр иҫәпләнгән; 1859 йылда 106 ихатала 817 ҡаҙна крәҫтиәндәре һәм башҡорттар йәшәгән[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.