From Wikipedia, the free encyclopedia
Яңы Ҡаражерек — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Ютазы районындағы ауыл. Иҫке Ҡаражерек ауыл биләмәһенә керә.
Ауыл | |
Яңы Ҡаражерек татар. Яңа Каразирек | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Иҫке Ҡаражерек |
Координаталар | |
Халҡы |
259 человек (2002) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+4 |
Почта индексы |
423965 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Ауыл Башҡортостан Республикаһы менән сик буйында, Урыссу ҡала тибындағы ҡасабанан төньяҡ-көнсығышҡа табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Яңы Ҡаражерек — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1910 йылдарҙа Иҫке Ҡаражерек ауылы башҡорттары тарафынан нигеҙләнә. Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Чекан улусы составында була.
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составына керә[1].
1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
430 | 365 | 345 | 368 | 336 | 402 | 311 | 284 | 259 |
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда клуб бар[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.