From Wikipedia, the free encyclopedia
Яңы Ҡалҡаш (рус. Новый Калкаш) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 226 кеше[1]. Почта индексы — 453171, ОКАТО коды — 80248840006.
Ауыл | |
Яңы Ҡалҡаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 226 | 106 | 120 | 46,9 | 53,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ауылға 19 быуат аҙағында Стәрлетамаҡ өйәҙе Тәлтем‑Юрматы улусы Ҡалҡаш/Иҫке Ҡалҡаш ауылы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡалҡаш ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. Ул Стәрле йылғаһы буйында урынлашҡан.
1896 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса, 21 йортта 100 кеше йәшәгән. Ауыл халҡы игенселек менән шөғөлләнгән. Мөгәзәй булған. 1906 йылда таш сығарыу шөғөлө теркәлгән. 1920 йылда Төхвәтулла ауылы (старшина Төхвәт Ибраһимов исеменә бәйле) булараҡ иҫәпкә алынған. 20‑се йылдар аҙағында башлап хәҙерге Яңы Ҡалҡаш исемен һәм статусын йөрөтә.
Халҡы: 1906 й. — 274 кеше; 1920—338; 1939—282; 1959—261; 1989—203; 2002—228; 2010—226 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.