From Wikipedia, the free encyclopedia
Яңы Балтас (рус. Новобалтачево) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 337 кеше[1].
Ауыл | |
Яңы Балтас Яңы Балтас | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Почта индексы — 452986, ОКАТО коды — 80208837005.
Ауылға нигеҙҙе XVIII быуатта Ҡыр Танып ырыуы (Ҡара Табын ҡәбиләһе) башҡорттары һалған.
Ауылға XVIII быуатта Ҡыр Танып ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған, уны баштараҡ Түбәнге Балтас тип йөрөткәндәр(икенсе исеме — Уҫаҡ ауылы, «Усаково тож» тиелгән). Тикшеренеүселәр фекеренсә, ауыл Иҫке Балтастан айырылып сыҡҡан, шуға күрә уны Яңы Балтас ауылы тип атағандар.
1732 йылда был ауыл башҡорто Зияш Тоимбаев («Һ» тамғаһы күрһәтелгән) Янбай ауылынан хеҙмәттә торған татар кешеһе Ибрай Узбәхтеевҡа үҙенең ер биләмәһен залогҡа биреп, 57 һум аҡса алып тора[2] .
1795 йылда ауылда 17 йортта 111 башҡорт, 3 йортта 40 мари милләтле типтәр була. Мариҙарҙы башҡорттар 1769 йылдың 1 ноябрендә төҙөлгән килешеү буйынса үҙ ерҙәренә индерә. 1815—1816 йылдарҙағы VII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 25 йортта башҡорттар — 70 кеше, «сирмештәрҙән типтәрҙәр» (мариҙар) — 24, мишәрҙәр — 11 ир-ат була. Мишәрҙәр 1811—1816 йылдарҙа ике ревизия араһында ауылға индерелгән.
1834 йылда ауылда 252 башҡорт, 90 типтәр, 30 мишәр йәшәгән. 252 башҡорт 720 бот ҡышлау һәм 1112 бот яҙғы иген сәскән. Тушҡыр йылғаһы буйында ике тирмән булған. Ауыл халҡы йылҡы, һыйыр үрсеткән, 116 һарыҡ һәм 112 кәзә тотҡан. Ауыл халҡының ҡайһы берҙәре умартасылыҡ (6 умарта) һәм солоҡсолоҡ (12 солоҡ) менән шөғөлләнгән[2].
X ревизия мәғлүмәттәре буйынса (1859), 183 йортта 450 аҫаба башҡорт, 39 йортта 244 ауылға керҙәштәр («килмешәк») йәшәгән.
1905 йылда ауылда 1116 кеше (200 йорт) йәшәгән. 1920 йылда 28 йортта 1171 кеше була. Күпселекте башҡорттар тәшкил итә.
1959—1964 йылдарҙа ауыл Борай районының Яңы Балтас ауыл Советы үҙәге була (хәҙерге Тушҡыр ауыл Советы (Балтас районы)). 2010 йылға тиклем ауылда тулы булмаған урта мәктәп эшләй. Хәҙерге ваҡытта фельдшер-акушерлыҡ пункты, магазиндар бар.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 337 | 169 | 168 | 50,1 | 49,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.