Яңырыу
Европа илдәренең урта быуаттарҙан һуңғы фән һәм сәнғәттең көслө үҫеше менән билдәләнгән яңы осоро / From Wikipedia, the free encyclopedia
Яңырыу, йәки Ренесса́нс (фр. Renaissance, итал. Rinascimento; «re/ri» — «яңынан» һәм «nasci» — «тыуған»[1] тигәндән) — Европа илдәренең урта быуаттарҙан һуңғы фән һәм сәнғәттең көслө үҫеше менән билдәләнгән яңы осоро[2]; архитектурала гуманистик йүнәлеште яңынан ҡайтарыуға ынтылған ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни хәрәкәт; XIV б. Италияла башлана һәм Европа илдәрендә XV-XVI бб. дауам итә [3]; Европа мәҙәниәте тарихындағы донъя әһәмиәтенә эйә булған, Урта быуаттарға алмашҡа килгән дәүер, Мәғрифәтлектең элгәре. Италияла XIV быуат башынан (ҡалған Европала — 15-16 быуаттарҙан) — XVI быуат аҙағына тиклем, ҡайһы бер урындарҙа XVII быуаттың тәүге тиҫтә йыллыҡтарынаса ваҡыт арауығын алып тора. Яңырыу дәүерен айырып торған һыҙаттар — мәҙәниәттең донъяуи төҫ алыуы, гуманлылығы һәм кешене үҙәккә ҡуйыуы (антропоцентризм). Антик мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу күтәрелә, йәғни уның «яңырыуы» бара — термин шунан алынған да инде.
Яңырыу термины итальян әҙәмиәтселәрендә, мәҫәлән, Джорджо Вазариҙа уҡ осрай. Хәҙерге мәғәнәһендә термин XIX быуаттағы француз тарихсыһы Жюль Мишле тарафынан ҡулланыуға индерелә. Әлеге осорҙа Яңырыу термины мәҙәни сәскә атыу метафораһына әйләнгән[4].