![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/1/1c/The_Inferno_by_Herri_met_de_Bles_%2528582x800%2529.jpg/640px-The_Inferno_by_Herri_met_de_Bles_%2528582x800%2529.jpg&w=640&q=50)
Яуызлыҡ
изгелектең антагонизмы, «яҡшылыҡ» төшөнсәһенә ҡапма-ҡаршы, һәм ысынбарлыҡ тормошта кешеләрҙең ҡылыҡтарында һәм сәбәптәрендә дөйөмләштер / From Wikipedia, the free encyclopedia
Яуызлыҡ (уҫаллыҡ, яманлыҡ) — изгелектең антагонизмы, «яҡшылыҡ» төшөнсәһенә ҡапма-ҡаршы, һәм ысынбарлыҡ тормошта кешеләрҙең ҡылыҡтарында һәм сәбәптәрендә дөйөмләштергән тиҫкәре әхлаҡи һәм ғәйепләрлек эштәрен аңлатҡан әхлаҡи аңдың норматив-баһалау категорияһы. Зыянды, ҡазаны, ғазапты ҡылыҡһырлауҙа, аңлатҡанда һәм баһалауҙа ҡулланыла[1][2][3].
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/d3/Reddragon.jpg/640px-Reddragon.jpg)
Уильям Блейк картинаһы
Киң мәғәнәлә яманлыҡ был торошто тыуҙырыусы негатив хәлдәрҙе индерә [4]. Был мәғәнәлә «яуыз» терминына кешеләр тарафынан кире баһа бирелгән һәм ниндәй ҙә булһа яҡтан шелтәләнгән нәмә ҡаратыла. Мәҫәлән, ялған да, әшәкәлек тә яуызлыҡ төшөнсәһенә тап килә. Тығыҙыраҡ мәғәнәлә яманлыҡ тере йән эйәләренең ғазабын һәм улар тарафынан әхлаҡи тәртипте боҙоуҙы аңлата. Донъяла яуызлыҡ йәки изгелек өҫтөнлөк итеүе тураһындағы мәсьәлә пессимист һәм оптимистар араһындағы бәхәс предметын тәшкил итә[5].