Ярославль дәүләт университеты
Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты / From Wikipedia, the free encyclopedia
П. Г. Демидов исемендәге Ярославль дәүләт университеты (рус. ЯрГУ им. П. Г. Демидова, шулай уҡ Демидов университеты булараҡ та билдәле) — Үрге Волга төбәгенең Ярославльҡалаһында урынлашҡан дәүләт юғары уҡыу йорто. Демидов университеты — Ярославлдең боронғо юғары уҡыу йорто, ул 1803 йылда нигеҙ һалынған Демидов юридик лицейының һәм Ярославль дәүләт университетының (1918—1924) вариҫы булып тора. 1970 йылда ҡабаттан асыла[⇨]. 2017 йылдың апрелендә терәк төбәк университеттарының береһе була[3].
Ярославль дәүләт университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1970 |
---|---|
![]() | |
Рәсми атамаһы | Ярославский государственный университет им. П. Г. Демидова |
Ҡыҫҡаса атамаһы | ЯрГУ |
Кем хөрмәтенә аталған | Павел Григорьевич Демидов[d] |
Ректор | Артём Иванчин[d] |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Ярославль |
Уҡыусылар һаны | 7000 |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][2] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Ярославль, Рәсәй |
Рәсми сайт | uniyar.ac.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Ярославского государственного университета[d] |
![]() |
П. Г. Демидов исемендәге Ярославль дәүләт университетында 10 факультет һәм университет колледжы бар[⇨], унда 70 һөнәри йүнәлеш буйынса 7 000-дән ашыу студент һәм уҡыусы уҡый[4]. 2014 йылда «Эксперт РА» агентлығы Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең иң яҡшы вуздар исемлегендә вузға «Е» рейтинг класын бирә. Ярославль дәүләт университеты илдең иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто иҫәбенә инә.