Өфөлә эвакуацияла булғандар From Wikipedia, the free encyclopedia
Яновский Юрий Иванович (14 август (27 август) 1902 йыл — 25 февраль 1954 йыл) — украин совет яҙыусыһы һәм драматургы. Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты(1949).
Яновский Юрий Иванович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Украинская Народная Республика[d] Украинская держава[d] СССР[1] |
Тыуған көнө | 14 (27) август 1902[2] |
Тыуған урыны | Нечаевка[d], Компанеевский район[d], Украина[2] |
Вафат булған көнө | 25 февраль 1954[2] (51 йәш) |
Вафат булған урыны | Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР[2] |
Ерләнгән урыны | Байково зыяраты[d] |
Хәләл ефете | Tamara Zhevchenko-Yanovska[d] |
Туған тел | украин теле |
Яҙма әҫәрҙәр теле | украин теле |
Һөнәр төрө | драматург-режиссёр, драматург, сценарий яҙыусы, яҙыусы, мөхәррир, новеллист, романист |
Эшмәкәрлек төрө | әҙәбиәт[3][1], драма[d][3] һәм редактирование[d][3] |
Уҡыу йорто | Елизаветградское земское реальное училище[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Яновский Юрий Иванович Викимилектә |
Юрий Иванович Яновский хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Микола биш йәшенә тиклем олатаһы янында йәшәгән, ә уның 180 дисәтинә ере, ҙур йорто, матур баҡсаһы булған. Малайҙың йәше еткәс, монастырь мәктәбенә биргән. Артабан ауыл земство мәктәбендә, Елисаветград реаль училищеһында белем ала, уны алтын миҙал менән тамамлай.
1918 йылда атаһы Елисаветградта өй һатып ала. Был революция йылдарында болғаныш китә: ай һайын тиерлек власть үҙгәреп тора. Ҡан ҡойоштар булып тора. Юрий класта ойошторлған санитар дружиналарында ҡатнаша. Был йылдарҙағы ваҡиғалар яҙыусының хәтеренә ныҡлы уйылып ҡала, «Байгород» повесында ул шуларҙы һүрәтләй (1927). Елисаветград реаль училищеһын тамамлағандан һуң Яновский төрлө учреждениеларҙа : статистика бюроһы, эшсе-крәҫтиән инспекцияһы, халыҡ мәғарифы идаралығында хеҙмәт итә. 1922 йылда Киев ҡалаһына күсенә. Ике йыл Киев политехник институтының электромеханика факультетында уҡый : диңгеҙ инженеры булырға хыяллана. Тап ошо йылдарҙа уның оло әҙәбиәткә юлы ла башлана.
Юрий шиғырҙарын бала сағынан урыҫ телендә яҙған. 1922 йылдың 1 майында «Пролетарская правда» гәзитендә тәүге тапҡыр шиғыры баҫылып сыға. рус Яновский «Диңгеҙ». Украин шағиры футурист Семенко Михайль йәш егеткә украин телендә яҙырға кәңәш итә.
1924 йылда Семенко етәкселегендәге «Большевик» гәзите Яновскийҙың украин телендәге «Ҡыңғырау» («Дзвін») тип аталған тәүге поэмаһын һәм «А потім німці тікали» тигән новеллаһын баҫып сығара. Семенко тиҙҙән Украинаның ул ваҡыттағы баш ҡалаһы — Харьков күсеп китә һәм Яновский менән Микола Бажанды үҙенә саҡыра. Шунда Янковскийҙың тәүге проза китабы — « Мамонттың һуҡҡы тештәре» сыға (1925). 1926—1927 йылдарҙа Яновский Украина фотокино идаралығында сценарийҙар бүлегенең баш мөхәррире булып эшләй, Одессала йәшәй, ә бында «Украина» Голливуды — Одесса кинофабрикаһы урынлашҡан була.
1927 йылда Яновский Харьковҡа ҡайта. Бына йәш ижадсылар Микола Хвылевой тирәһендә ойоша, ә ул Европаға йүнәлеш тоторға өндәй, үҙаллы пролетар әҙәбиәт өсөн яңы юлдар асыла. Яновскийҙың иң яҡшы әҫәрҙәре ижад ителә: революция тураһында иҫтәлектәре йоғонтоһондағы «Байгород» повестар йыйынтығы (1927), шиғырҙар йыйынтығы «Гүзәл УТ (Хеҙмәтсән Украина)» донъя күрә (1928).
«Карап мастеры» тигән романы(1928) һәм очерктар йыйынтығы Одессала тупланған (1928) материалдары нигеҙендә яҙылған. Яҙыусы романында эксперимент формаһында, психологик анализ тәрәнлегенә төшөп ижад итергә тырыша.
«Дүрт ҡылыс» романында (1930) Яновский ҡабаттан "Байгород"та бәйән ителгән Украиналағы революция һәм граждандар һуғышы осорондағы ваҡиғаларға мөрәжәғәт итә.
1932 йылда Украинала интеллигенция тирәһендә хәүефле хәлдәр ҡуйыра башлай. 1933 йылда Микола Хвылевой үҙенә ҡул һала. Ауыр репрессия шарттарында Яновский «Һыбайлы» (1935) романын яҙа, ул «Дүрт ҡылыс» романын үҙенсәлекле ҡабатлау булып тора. Ул үҙаллы һигеҙ новелланан тора. Ҡанлы һуғыш һөҙөмтәһендә туған-туғанды ҡыра, ҡан ҡойошта большевик Иван еңеп сыға. Әммә сюжет дөрөҫ идеологиялы булыуға ҡарамаҫтан, яҙыусы үҙе лә һиҙмәҫтән күңелһеҙ һығымта яһай: туғандар бер-береһен үлтергән ғаиләне һәләкәт көтә.
«Һыбайлы» романын рәсми властар ыңғай ҡабул ителә. Янковский «дөрөҫ» яҙыусы тип таныла. Яновский-Октябрь революцияһының 20 йыллығына «Британка тураһында уйҙар» 1939 йыл тигән трагедияһы уның баһаһын күтәрә . Киевҡа күсә, унда «Украинская литература» журналының баш мөхәррире вазифаһына тәғәйенләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Яновский «Украинская литература» журналы редакцияһы менән берлектә Өфөгәэвакуацияланған. Башҡортостандың баш ҡалаһына был ваҡытта байтаҡ украин яҙыусылары күсенә. Уларҙың үҙ Яҙыусылар Союзы Мәжит Ғафури йорт-музейында, Гоголь урамында урынлашҡан була. Украина Яҙыусылар Союзы ағзалары тиҫтәләрсә китаптар сығара, «Фронт һәм тыл» серияһы нәшер ителә. Һуғыш йылдары осоронда Башҡортостандағы украин ауылдарына ете экспедиция ойошторола. Стәрлетамаҡ, Дәүләкән районы украиндарының ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү бара. Журнал быларҙы яҡтыртып бара, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен баҫтыра[4].
1944 йылда редакция Киевҡа ҡайта. Был ваҡытта яҙыусы көтөлмәгән ҡаты тәнҡиткә дусар була. Һуғыш һәм һуғыштан һуңғы илде тергеҙеүгә арналған «Нюрнбергтан хаттар» (1946), «Тере һыу» (1947) романдарына ауыр ғәйептәр тағыла.
Украина Коммунистар партияһы үҙәк комитетының беренсе секретары булып Киевҡа яңы килгән Лазарь Каганович уны милләтселектә ғәйепләп ябырыла, мещан-бунинса ҡараштарҙа ғәйепләй. Яновский мөхәррир вазифаһынан ҡыуыла һәм матди яҡтан ауыр хәлдә ҡала.
1948 йылда Яновский йәнә аҡланырға мәжбүр була. «Киев хикәйәләре» йыйынтығын сығарып, һуғыш йылдарында совет кешеләренең батырлығы һәм ҡаһарманлығын данлай; айырыуса партияның һәм шәхсән Сталин ролен ҙурлауы менән ғәфү ителеүгә өлгәшә. Тәүбә ҡабул ителә. Һуңғы йылдарҙа ныҡ тәнҡиткә дусар булған «Тере һыу» романы өҫтөндә эшләй. Үҙ әҫәрен ғәрипләү яҙыусыға еңел бирелмәй. Тексты ике тапҡырға ҡыҫҡартырға тигән күрһәтмә менән яҙыусының вафатынан һуң ғына 1956 йылда «Тыныслыҡ» тигән исем менән баҫыла.
1954 йылда 25 февраль көнө яҙыусы вафат була. Ул Киевта ерләнгән.
Китаптары төрлө илдәрҙә һәм телдәрҙә баҫылған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.