![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/a/a6/POL_COA_Jagiellonowie.svg/langba-640px-POL_COA_Jagiellonowie.svg.png&w=640&q=50)
Ягеллондар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ягелло́ндар — XIV—XVI быуаттарҙа Үҙәк һәм Көнсығыш Европа дәүләттәрендә хакимлыҡ иткән бөйөк кенәз һәм король династияһы.
Ягеллондар | |||
---|---|---|---|
Нәҫел башы: | Гедиминовичтар | ||
Титулдар: | Бөйөк Литва кенәзе Польша короле | ||
Нигеҙләүсе: | Ягайло |
Династия вәкилдәре артабанғы титулдар йөрөткән:
- 1377—1392 һәм 1440—1572 йылдарҙа — Бөйөк Литва кенәзе;
- 1386—1572 йылдарҙа — Польша короле;
- 1440—1444 һәм 1490—1526 йылдарҙа — Венгрия короле;
- 1440—1444 һәм 1490—1526 йылдарҙа — Хорватия короле;
- 1471—1526 йылдарҙа — Чехия короле.
Ягеллондар — Гедиминовичтар литва династияһының тармағы. Династия Владислав Ягелло (Ягайло) тарафынан нигеҙләнгән[1]. Бөйөк Литва кенәзлеге элекке Киев Русенең көнсығыш славян ерҙәре иҫәбенә киңәйә барғанда был литва династияһы әкренләп урыҫлашыуға, ә Польша менән уния (Речь Посполитая) төҙөгәндән һуң поляклаштырыуға дусар булған.
Венгрия короллегенә Ягеллон династияһы Чехиянан ике короллектең унияһы осоронда үтеп ингән. Ғосмандарға тиклемге Венгрияла урындағы Ягеллон династияһының вәкилдәре Габсбургтар менән ике династик никах төҙөгән. 1526 йылда улар ғосмандарҙың баҫып алыуҙары менән бөтөрөлгән булһа ла, был никахтар артабан 1699 йылда Австрия империяһына Венгрияны үҙенә ҡушыу өсөн нигеҙ булып торған.