Юрзинов Владимир Владимирович (йәш)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Юрзинов Владимир Владимирович (26 март 1965 йыл) — СССР хоккейсыһы һәм Рәсәй хоккей тренеры. 2011—2012 йылдарҙа «Салауат Юлаев» командаһының өлкән, 2013—2015 йылдарҙа баш тренеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2015)[1]. Билдәле совет хоккейсыһы һәм тренеры, 1957—72 йылдарҙа Мәскәүҙең «Динамо» командаһында уйнаған Владимир Юрзиновтың улы. Әле Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Себер» хоккей клубының баш тренеры.