Юлий Цезарь
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гай Ю́лий Це́зарь (лат. Gaius Iulius Caesar}} [ˈgaːjʊs ˈjuːljʊs ˈkae̯sar]; 13 июль, башҡа мәғлүмәт буйынса, 12 июль б. э. т. 100 йыл йә б. э. т. 102 йыл[3] — 15 март [[Б. э. т. 44 йыл|44 йыл б. э. т. — Боронғо Римдың сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре, Боронғо Рим диктаторы [4], ғәскәр башлығы, яҙыусы. Б. э. т. 59, 48, 46, 45 һәм 44 йылдарҙа Консул, б. э. т. 49, 48—47 һәм 46—44 йылдарҙа диктатор, б. э. т. 63 йылдан бөйөк понтифик. Галлияны яулап алып Цезарь Рим державаһы сиктәрен төньяҡ Атлантик океанға тиклем киңәйтә һәм Рим дәүләтенә хәҙерге Франция ерҙәрен буйһондора, шулай уҡ Британия утрауҙарына һөжүм итә. Цезарь эшмәкәрлеге Көнбайыш Европаның мәҙәни һәм сәйәси ҡиәфәтен тамырҙан үҙгәртә һәм киләсәк европалылар күңелендә юйылғыһыҙ эҙ ҡалдыра. Бөйөк Гней Помпей менән берлектә Рим йәмғиәтен реформалай башлай, һәм уның был эше үҙе үлгәндән һуң да, Рим империяһы ойошоуға булышлыҡ итә.
Гай Юлий Цезарь | ||
Gaius Iulius Caesar | ||
| ||
---|---|---|
октябрь б. э. т. 49 йыл — 15 март б. э. т. 44 йыл | ||
Алдан килеүсе: | Луций Корнелий Сулла | |
Дауамсы: | вазифа юҡҡа сығарыла | |
Дине: | древнеримская религия[d] | |
Тыуған: | 12 июль б. э. т. 100({{padleft:-100|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) Рим | |
Үлгән: | 15 март б. э. т. 44({{padleft:-44|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (55 йәш) Рим | |
Ерләнгән: | Храм Цезаря[d] | |
Династия: | Юлии, Юлии-Клавдии | |
Атаһы: | Гай Юлий Цезарь Старший | |
Әсәһе: | Аврелия Котта | |
Ҡатыны: | 1. Корнелия Цинилла (б. э. т. 83 йыл — б. э. т. 69 йыл) 2. Помпея Сулла (б. э. т. 68 йыл — б. э. т. 62 йыл 3. Кальпурния Пизонис (б. э. т. 59 йыл — б. э. т. 44 йыл | |
Балалары: | 1. Юлия Цезарис (Цезарь ҡыҙы) (беренсе никахтан) 2. Птолемей XV Цезарион ((шик аҫтында) никахһыҙ тыуған Клеопатра ҡыҙы) | |
Партия: | популяры[d][1][2] | |
Һуңыраҡ күп кенә монахтар үҙҙәрен легендар Цезарь менән бәйләргә теләй. Немец телендә нем. Kaiser («кайзер») һүҙе шунан килеп сыҡҡан, шулай уҡ рус һүҙе «царь» «Цезарь» һүҙенә ҡәрҙәш булып тора.