ЮХЛ 2018/2019 йылдар миҙгелендә
From Wikipedia, the free encyclopedia
ЮХЛ — Ебәк юлы кубогы 2018/2019 йылдар миҙгелендә — Юғары хоккей лигаһының туғыҙынсы беренселеге. Был чемпионат ЮХЛ-дың РХФ етәкселегендә үткән өсөнсө миҙгеле. Миҙгел 2018 йылдың 5 сентябрендә «Динамо» һәм «СКА-Нева» хоккей клубтарының осрашыуы менән башлана һәм 2019 йылдың апрель айында Владимир Петров исемендәге кубок өсөн финал уйындары менән тамамлана. Был трофей элек Братина кубогы тип атала ине.
Башы | 5 сентябрь 2018 |
---|---|
Аҙағы | 24 апрель 2019 |
Даими чемпионат | |
Уйындар һаны | 812 |
Асыш кубогы еңеүсеһе | ![]() |
Чемпионат еңеүсеһе | ![]() |
Бомбардир | ![]() |
Плей-офф | |
Братина кубогы еңеүсе | ![]() |
Финалист | ![]() |
Серияла иҫәп | 4 : 1 |
Плей-офф MVP | ![]() |
ЮХЛ миҙгелдәре | |
←2017/18 | 2019/20→ |
Йыл һайын асыҡ һауала үткәрелә торған «Рус классикаһы» 29 декабрҙә Әлмәттә урындағы «Нефтяник» һәм Нефтекаманан «Торос» хоккей клубтары араһында үтә, һәм хужалар 3:2 иҫәбе менән был уйындар тарихында тәүгегә еңеүҙе яулай.
Лига составын үткән миҙгелдәрһә КХЛ-да сығыш яһаған Ханты-Мансийскиҙан «Югра» менән Тольяттиҙан «Лада» һәм ЮХЛ беренселегенең чемпионы Тамбовтан «Тамбов», Пекиндан «КРС-ОЭРДЖИ» хоккей клубтары тулыландыра. Лига составынан киреһенсә Түбәнге Тагилдан «Спутник» һәм Харбиндан «КРС Хэйлунцзян» хоккей клубтары сыға.
2019 йылдың март айында Красноярскиҙа Ҡышҡы Универсиадала ирҙәр хоккей турнирында Рәсәй йыйылма командаһы өсөн урындағы «Сокол» хоккей клубы нигеҙендә төҙөләсәк[1]. Шуның арҡала «Сокол» Петров кубогы өсөн плей-оффтың тәүге раудында өйҙәге уйындарын ҡаршы дәғүәсенең боҙонда уҙғара[2].
Ошо миҙгелдән алып уйындарҙа еңеүгә өлгәшкән командаға ике мәрәй бирәләр, өҫтәмә ваҡытта һәм булиттар серияһында отолғандарға — бер мәрәй, төп ваҡытта еңелгәндәргә бер мәрәй ҙә бирелмәй. Даими миҙгелдә 90 мәрәй менән «СКА-Нева» хоккей клубы беренсе була һәм Ебәк юлы кубогын яулай. Петров кубогын һәм ЮХЛ чемпионы исемен икенсе тапҡыр Ҡаҙағстандан «Һарыарҡа» хоккей клубы яулай, финалда Төмәндән «Рубин» командаһы отола. «Һарыарҡа» ҡапҡасыһы Эдуард Рейзвих плей-офф уйындарының иң ҡиммәтле уйынсыһы тип таныла.