ЮХЛ беренселеге 2018/2019 йылдар миҙгелендә
From Wikipedia, the free encyclopedia
ЮХЛ беренселеге 2018/2019 йылдар миҙгелендә — Юғары хоккей лигаһы беренселегенең дүртенсе миҙгеле. Даими чемпионат 2018 йылдың 14 сентябрендә «Чебоксар» һәм «Ростов» хоккей клубтары командалары араһында уйын менән башлана һәм 2019 йылдың апрелендә Федерация кубогы өсөн финал уйындары менән тамамлана. Миҙгелдә Рәсәйҙең туғыҙ ҡалаһынан 9 команда ҡатнаша.
Ҡыҫҡа факттар Башы, Аҙағы ...
Башы | 14 сентябрь 2018 |
---|---|
Аҙағы | 18 апрель 2019 |
Даими чемпионат | |
Уйындар һаны | 216 |
Асыш кубогы | Ростов |
Чемпионат еңеүсеһе | Ростов (87) |
Бомбардир | Алексей Прохоров (59) |
Иң мәргән хоккейсы | Алексей Прохоров (32) |
Плей-офф | |
Федерация кубогы еңеүсе | Ростов |
Финалист | Мордовия |
Серияла иҫәп | 4 : 0 |
ЮХЛ миҙгелдәре | |
←2017/18 | 2019/20→ |
Ябырға
ЮХЛ беренселегендә дүртенсе йыл рәттән «Ростов» хоккей клубына даими миҙгелдә етеүсе булмай. Аҙаҡтан плей-офф финалында «Ростов» серияла 4-0 иҫәбе менән «Мордовия» хоккей клубын ота һәм икенсе тапҡыр чемпион исемен яулай.