Эстерхази (торт)
мадъяр торты / From Wikipedia, the free encyclopedia
«Эстерха́зи» — Венгрияла, Австрияла һәм Германияла популяр булған баҙам (миндаль) һәм шоколадлы торт. 1848—1849 йылдарҙағы революция осоронда Венгрияның сит ил эштәре министры кенәз Пал Антал Эстерхази хөрмәтенә аталған.
Ҡыҫҡа факттар Кем хөрмәтенә аталған, Ил ...
Эстерхази | |
нем. Esterházy-Torte | |
Кем хөрмәтенә аталған | Пал Антал Эстерхази[d] |
---|---|
Ил | Венгрия |
Кухня (аш-һыуы) | Венгр ашамлыҡтары |
Ашамлыҡ төрө | Десерт |
Эстерхази Викимилектә |
Ябырға
Эстерхази торты миндаль, аҡ май һәм он өҫтәп, туҡылған аҡһым массаһынан бешерелгән һәм коньяк өҫтәп, бер-береһенә майлы крем менән тоташтырылған биш ҡатламдан (корж) тора. Торттың өҫкө өлөшө аҡ шәкәр глазураның ҡалын ҡатламы менән ҡапланған, унда шыйыҡ шоколад менән Эстерхази торттарына хас селтәрле һүрәт төшөрәләр.