Эрнан Кортес
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ферна́ндо Корте́с де Монрóй һәм Писа́рро Альтамира́но (исп. Fernando Cortés de Monroy y Pizarro Altamirano), Ферна́ндо, Эрна́ндо, Ферна́н йәки Эрна́н Корте́с (исп. Hernán Cortés, 1485—1547) — Мексиканы яулаған һәм ацтектар дәүләтен юҡҡа сығарған испан конкистадоры. Король Карл V уға Marqués del Valle de Oaxaca (Маркиз Оахака штаты маркизы, русса транслитерация — Маркиз дель Валье-де-Оахáка) тигән титул биргән. Ул Европаға ваниль һәм шоколад[1] алып ҡайта, 1520 йылдан был тәмләткестәрҙе бөтә Европа илдәрендә ҡулланыла башлай.
Фернандо Кортéс Монрой Писáрро Альтамирано | |
исп. Fernando Cortés Monroy Pizarro Altamirano | |
Тыуған көнө |
1485({{padleft:1485|4|0}}) |
---|---|
Тыуған урыны |
Медельин, Кастилия |
Вафат булған көнө |
2 декабрь 1547({{padleft:1547|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) |
Вафат булған урыны |
Кастильеха-де-ла-Куэста, Испания |
Подданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
Испан конкистадоры |
Тормош иптәше |
1) Каталина Суáрес Марсайда, 2) Һуана Рами́рес де Орельяно де Суньига, 3) Малинче (кәнизәк) |
Балалары |
10 тирәһе |
Наградалары һәм премиялары |
Маркиз дель Валье де Оахака |
Автограф | |
Эрнан Кортес Викимилектә | |
Сығышы менән бай булмаған, ләкин затлы идальго нәҫеленән. Ике йыл Саламанка университетында уҡый, әммә хәрбиҙәр карьераһын өҫтөн күрә. 1504 йылда Эспаньолаға күсенә, 1510—1514 йылдарҙа Диего де Веласкес етәкселегендә Кубаны буйһондороу экспедицияһында ҡатнаша. 1519—1521 йылдарҙа үҙ теләге менән Мексиканы яулауҙа ҡатнаша. 1522—1526 йылдарҙа яңы барлыҡҡа килгән Яңы Испания колонияһында, бойондороҡһоҙ сәйәсәт үткәреп, генерал-капитан посын биләй, ләкин власть өсөн көсөргәнешле көрәш барғанлыҡтан, 1528 йылда Европаға ҡайта. 1529 йылда король Карл V уға маркиз Оахаки титулын бирә (исп. Marqués del Valle de Oaxaca). 1530 йылда Кортес Мексикаға хәрби губернатор званиеһында ҡайта, ләкин уның ҡулында реаль власть булмай. 1540 йылда бөтөнләйгә Европаға ҡайта, 1541 йылда уңышһыҙ тамамланған Алжир походында ҡатнаша. Испанияла вафат була һәм шунда ерләнә, 1566 йылда кәүҙәһе Мексикаға алып барып ерләнә. 1560-сы йылдарҙа уның вариҫтары Мексикала власты баҫып алырға тырышып ҡарай, ләкин түңкәрелеш үҙ маҡсатына өлгәшмәй.
Яулаусының ғүмер юлы тураһында сығанаҡтар бик аҙ, булғандары ла йыш ҡына бер-береһенә ҡаршы килә, шуға ла тарихсылар уның шәхесенә һәм мираҫына баһаны төрлөсә бирә. Бартоломе де лас Касасатың хеҙмәттәре уны «Ҡара риүәйәттең» төп персонаждарының береһенә әйләндерә.