Эрзәндәрҙең милли флагы (эрзя Эрзянь раськень коцт, һүҙмә-һүҙ: эрзән халҡы флагы) — Рәсәйҙә йәшәгән халыҡ — эрзәндәрҙең милли флагы.

Ҡыҫҡа факттар Раҫланған, Пропорция ...
Эрзән халҡының флагы
Эрзәндәр

Thumb

Раҫланған

16.04.2006

Пропорция

1:2

Флагтың авторы

Валентин Девяткин

Ябырға

Флагтың һүрәтләнеше

Флаг дәүмәле — 1:2 пропорцияһында. Бер киңлектәге өс горизонталь һыҙаттан тора: өҫкө өлөшө — аҡ, уртала — ҡыҙыл, аҫҡы өлөшө ҡара төҫтә[1]. Ул Валентин Девяткин тарафынан эшләнә һәм 1990 йылда «Масторава» йәмғиәте тарафынан раҫлана. Төп төҫтәр «эрзән ҡатын-ҡыҙҙары һәм ир-аттарының милли кейеме биҙәктәре төҫөн ҡабатлай». Йылдар үткәс эрзән флагын Эрзән халҡы конгресы раҫлай:

"Эрзән конгресы флаг сифатында аҡ-ҡыҙыл-ҡара (өҫтән-аҫҡа), төҫтәрендә Азатлыҡ, Тормош һәм Эрзә Ерен символлаштырған туҡыманы раҫлай[2].

Флаг символикаһының аңлатмаһы

Ҡара төҫ — ул ер генә түгел, пулая — эрзән ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеменең янбаш өлөшө төҫө. Бынан шундай һығымта яһарға мөмкин, тимәк, эрзәндәрҙең ата-бабалары өсөн ҡара төҫ — матәм төҫө түгел, ә уңышты һәм ҡатын-ҡыҙ башланғысын символлаштыра. Киң мәғәнәлә алғанда — был Масторав (рус. Мать-земля эрзя мастормастор— ер, эрзя аваау— әсә). Әгәр бында ҡыҙыл төҫтө ҡан — эрзә халыҡтары символы, ә аҡ — Инешкипаз символы (рус. Верховный Бог) тип ҡараһаҡ, түбәндәге мәғәнә килеп сыға: «Инешкипаз-Эрзә-Масторава».

Төҫтәрҙең төп аңлатмаһынан тыш, икенсе тарктовканы ла нигеҙле тип һанарға мөмкин: Масторава (ҡара төҫ), -ҙендә эшләүсе эрзәгә (ҡыҙыл төҫ) таяныс һәм тормош бирә, уларҙы өҫтән Инешкипаз (аҡ төҫ) яҡлап һәм ҡурсалап тора.

Флагты ҡулланыу

Thumb
Обиницала эрзән флагы, Меремяэ, Эстония. 2015 йылдың 1 авгусында бында Сето королен һайлайҙар. Төрлө илдәрҙән фин-уғыр халыҡтары вәкилдәре килә.

«Ҡара-ҡыҙыл-аҡ» триколор рәсми эрзән байрамдарында ла, халыҡтың көндәлек мәҙәни тормошонда ла ҡулланыла. Ул үҙ халҡы өсөн, хатта рәсми властар танымағанда ла, легитим булып тора[3]. Флаг ҡулланылған күпселек байрамдар Эрзә халҡы конгресында ҡабул ителә:

  • 16 апрель — Эрзән теле көнө[4],[5],[6] (эрзя Эрзянь Келень Чи)
  • Сельское моление[7] (эрзя Велень озкс)
  • Бөтә эрзән моление-байрамы[8],[9] (эрзя Раськень ОзксРаськень Озкс)
  • Эрзән халыҡтары конгресы[10],[11] (эрзя Эрзянь Инекужо)
  • Эрзянь лисьмапря[12],[13].
  • 21 декабрь — «Масторав» эпосы көнө[14]

Бынан тыш, «эрзянь раськенькоцт» фин-уғыр халыҡтарының VI Бөтә донъя конгресында[15], МАФУН Конгресында[16], Ханньяла[17], шулай уҡ Алтай крайында[18] һәм Новгород өлкәһендә[19] елберләй.

Иҫкәрмәләр

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.