Энергия һаҡланыу законы
төп физика законы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Энергия һаҡланыу законы — тәбиғәттәге күп тәжрибәләр менән асыҡланған төп закон. Ябыҡ физик системала скаляр ҙурлыҡ- энергия ваҡыт дауамында һаҡлана. Энегрия һаҡланыу законы бөтә ерҙә лә ҡулланыла торған законлылыҡты күрһәтә, шуға күрә уны энергия һаҡланыу принцибы тип атарға була.
Энергия һаҡланыу законы | |
Закон йәки теорема формулаһы | |
---|---|
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Энергия һаҡланыу законы Викимилектә |
Фундаменталь ҡараш буйынса, Нётер теоремаһына ярашлы энергия һакланыу законы - ваҡыттың бер төрлөлөгө һөҙөмтәһе (физика закондарының ваҡытҡа бәйләнмәгәнлегенән сығып).
Төрлө физика бүлекләтендә бер нисә энергия төрө айырыла. Һәр бер энергияның төрө өсөн үҙ энергия һаҡланыу законы теркәлгән: классик механикала - механик энергия һаҡланыу законы, термодинамикала - термодинамиканың беренсе нигеҙе, электродинамикала - Пойнтинг теоремаһы. Ләкин тулы энергия һаман һаҡлана.
Нётер теоремаһы буйынса һәр бер һаҡланыу законы тигеҙләмәһе ниндәй ҙә булһа симметрияға тап килә.
Энергия һаҡланыу законы- ваҡыттың бер ишлелегенә бәйле.
Йоплоҡ һаҡланыу законы- ваҡыттың изотроплылығына бәйле.
Импульс һаҡланыу законы - арауыҡ (ғаләм киңлеге) бер төрлөлөгөнә бәйле.
Импульс моменты һаҡлану законы - арауыҡ (ғаләм киңлеге) изотроплылығына бәйле.
Энергия бер нисә төргә шартлы рәүештә бүленә, шуға күрә быны эшләү күп ваҡытта бик ауыр .