Энергетика
кешенең хужалыҡ итеү һәм иҡтисади эшмәкәрлегенең бер өлкәһе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Энерге́тика — кешенең хужалыҡ һәм иҡтисади эшмәкәрлеге өлкәһе, ресурстарҙы үҙгәртеү, таратыу һәм ҡулланыу өсөн хеҙмәт иткән ҙур тәбиғи һәм яһалма подсистемалар берлеге. Уның маҡсаты — беренсел, тәбиғи энергияны икенсел, мәҫәлән, электр йәки йылылыҡ энергияһына әйләндереү юлы аша производствоны энергия менән тәъмин итеү. Энергия эшләп сығарыу йыш ҡына бер нисә стадия үтә:
- ресурстар алыу һәм йыйыу(коцентрациялау), мәҫәлән, ядро яғыулығын ҡаҙыу, эшкәртеү һәм байытыу;
- ресурстарҙы энергия ҡоролмаларына, мәҫәлән, газ, күмер, мазутты йылылыҡ электр станцияларына еткереү;
- электр станциялар ярҙамы менән беренсел энергияны, мәҫәлән, күмерҙең химик энергияһын йылылыҡ энергияһына әйләндереү;
- электр үткәргес линияһы аша икенсел энергияны ҡулланыусыларға еткереү[2].
Ҡыҫҡа факттар Ҡыҫҡаса атамаһы, Ҡайҙа өйрәнелә ...
Энергетика | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | ТЭК |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | энергетика[d] һәм энергетическая экономика[d] |
Продукция | электроэнергия[d] |
Энергетика Викимилектә |
Ябырға