Эйяфьядлайёкюдль
From Wikipedia, the free encyclopedia
Эйяфьядлайё́кюдль[1] (Эйяфьядлайёкудль[2]; исл. Eyjafjallajökull, [ˈɛɪjaˌfjatlaˌjœːkʏtl̥] (i)) — ҙурлығы буйынса Исландияла алтынсы боҙлоҡ. Исландияның көньяғында, Рейкьявиктан 125 км (77 миль) алыҫлыҡта урынлашҡан. Ошо боҙлоҡ (бер өлөшө күрше Мюрдальсйёкудль боҙлоғо) аҫтында конус формаһындағы үҙ исеме булмаған, матбуғатта ябайлаштырып боҙлоҡ исеме менән йөрөтөлә торған Эйяфьядлайёкюдль вулканы урынлашҡан.
Ҡыҫҡа факттар Урынлашыуы, Вулкан формаһы ...
Эйяфьядлайёкюдль | |
2010 йылдың 20 мартына тиклем | |
Урынлашыуы | Исландия |
---|---|
Вулкан формаһы | Стратовулкан |
Кратер диаметры | 3—4 мең м |
Һуңғы атылыу | 2010 йылдың 20 мартында башлана һәм хәҙерге көнгә тиклем дауам итә |
Тау түбәһе бейеклеге | 1666 м |
Ябырға
Бейеклеге 1666 метр, майҙаны яҡынса 100 кв. км. Вулкан кратеры диаметры 3—4 км (2010 йылға тиклем боҙ менән ҡапланған))[3].
Көньяҡ ситендә Скоугар ҡасабаһы урынлашҡан. Боҙлоҡтан билдәле Скоугафосс шарлауығы булған Скоугау (исл. Skógá) йылғаһы бушлана[4].