![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/6/64/Surroundings_of_Infrasound_Station_IS49_Tristan_de_Cunha%252C_UK_%252813288640063%2529.jpg/640px-Surroundings_of_Infrasound_Station_IS49_Tristan_de_Cunha%252C_UK_%252813288640063%2529.jpg&w=640&q=50)
Эдинбург (Тристан-да-Кунья)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ете Диңгеҙ Эдинбургы (ингл. Seven the Seas of edinburgh) — Тристан-да-Кунья архипелагындағы берҙән-бер тораҡ пункты. Архипелаг Британияның диңгеҙ аръяғы территорияһындағы Изге Елена, Вознесение һәм Тристан-да-Кунья биләмәһе. Халыҡ һаны 2009 йылда 264 кеше тәшкил итә. Урындағы халыҡ уны Ете диңгеҙ Эдинбургы тип йөрөтә The Settlement (ҡасаба, ауыл)[2].
Эдинбург | |
Нигеҙләү датаһы | 1816 |
---|---|
![]() | |
Кем хөрмәтенә аталған | Альфред Саксен-Кобург-Готский[d] |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Тристан-да-Кунья[d] |
Административ-территориаль берәмек | Тристан-да-Кунья[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Tristan da Cunha[d][1] |
Рәсми сайт | tristandc.com/settlement… |
![]() | |
![]() | |
Әһәмиәтле урын | Albatross Bar[d], Thatched House Museum[d], Port de Calshot[d], St. Joseph Church, Edinburgh of the Seven Seas[d] һәм St. Mary's School, Edinburgh of the Seven Seas[d] |
![]() | |
![]() |
Ете диңгеҙ Эдинбургы британдар утрауҙы аннексиялағандан һуң барлыҡҡа килә. Ул үҙ исемен 1867 йылда «Галатея» фрегатында капитан сифатында утрауға килгән Эдинбург принцы Альфред принц хөрмәтенә (королева Викторияның икенсе улы) аталған[3]. Утрауҙа Икенсе бөтә донъя һуғышына тиклем хәрби гарнизон тора.
1961 йылда атылыусы вулканик ҡасабаны, балыҡ фабрикаһын һәм картуф баҫыуҙарын емерә, ә утрау халҡы бынан алып сығыла. Әммә халыҡ яйлап үҙ өйҙәренә ҡайта һәм 1963 йылда фабрика һәм ултыраҡ тулыһынса тергеҙелә.
Әлеге ваҡытта утрауҙағы ҡасабала мәктәп, бәләкәй дауахана, аҙыҡ-түлек магазины, почта бүлексәһе, радиостанция, кафе, видеопродукция магазины, бассейн һәм полиция участкаһы бар, унда бер кеше генә хеҙмәт итә. Бынан тыш, ике сиркәү -англикандарҙың Изге Мария сиркәүе һәмкатоликтарҙың Изге Иосиф сиркәүе бар. Утрауҙа урынлашҡан берҙән-бер ҡасаба, унда бер нисә айға бер тапҡыр Кейптаундан Джеймстаунға (Изге Елена утрауы) һәм Джорджтаунға (Вознесение утрауы) барыусы карап инә.
Халҡы даими йәшәгән тораҡ пунктынан Ете диңгеҙ Эдинбургы 2170 км алыҫлыҡта урынлашҡан һәм ерҙәге иң алыҫ ауылдарҙың береһе һанала.