From Wikipedia, the free encyclopedia
Шоңҡар (лат. Falco rusticolus, (рус.) Кречет) — ыласын һымаҡтар отрядындағы, ыласындар ғаиләһендәге ҡош.
Шоңҡар | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Falco rusticolus Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106003620 |
Был ҡоштоң өс исеме бар: шоңҡар — ата ҡош, әтәлге — инә ҡош, тойғон — аҡ төҫтәгеһе. Ҡарғанан байтаҡ ҙур. Тойғондоң дөйөм төҫө аҡ; һырты уҡ башағы һымаҡ, ә ҡарһаҡ яғы буй ҡара-көрән һыҙыҡтар менән сыбарланған. Аяҡтары һары. Башҡа ыласындарҙан ҙурлығы менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «ҡыйяҡ-ҡыйяҡ-ҡыйяҡ».
Ҡая таштар, урмандың төньяҡ сигендәге айырым ағастар араһында, тундрала йәшәй. Асыҡ урындарҙа ҡош-ҡортҡа һунар итә. һирәк кенә ваҡ йәнлектәрҙе аулай. Йылы яҡтарға китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй, һирәк осрай. Башҡортостанға көҙ һәм ҡыш ваҡыттарына килә. Башҡортостанда оя ҡормай. Элек һунарға йөрөү өсөн ҡулға эйәләштергәндәр.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.