![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/0/04/Banner_of_Shirvan.svg/langba-640px-Banner_of_Shirvan.svg.png&w=640&q=50)
Ширваншаһ
Ширван тарихи өлкәһе (хәҙерге Әзербайжандың төньяҡ-көнсығышы) сиктәрендә барлыҡҡа килгән Ширваншаһтар дәүләте хакимдары титулы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ширваншаһ, Шарваншаһ (фарс. شروانشاه, әзерб. Şirvanşah) — Ширван тарихи өлкәһе (хәҙерге Әзербайжандың төньяҡ-көнсығышы) сиктәрендә барлыҡҡа килгән һәм тарихи сығанаҡтарҙа Ширваншаһтар дәүләте тип билдәләнгән дәүләттең хакимдары титулы. К. Э. Босуорт билдәләүенсә, ширваншаһтар этник ғәрәп булған, әммә үҙҙәрен уратҡан фарсы мәҙәни йоғонтоһо аҫтында фарсылашҡан. Улар иран халыҡтарының ҡаһарман үткәндәрендәге исемдәрҙе алған һәм үҙҙәрен сәсәни Баһрам Гурҙан сыҡҡан тип иҫәпләгән[1].
Ширваншаһ | |
Флаг | Герб |
![]() | ![]() |
Нигеҙләү датаһы | 861 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Язид ибн Мазьяд аш-Шайбани[d] |
Юрисдикция таралышы | Ширван |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1538 |
![]() |
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/dc/Hushang.jpg/320px-Hushang.jpg)
Мосолмандар тарафынан яуланғандан һуң ширваншаһтарҙың беренсе династияһы Мәзйәдиҙәр (йәзидиҙәр) Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге хеҙмәтендәге полководец, Әзербайжан, Әрмәнстан һәм Арран губернаторы[2] (799—801) Йәзид ибн Мәзйәд әш-Шәйбаниҙан башланған. Уның вариҫтары һәм ырыуын дауам итеүселәр, үҙәк властың көсһөҙләнеүенән файҙаланып, Ширванды мираҫ биләмәһе тип иғлан иткән һәм 861 йылда ширваншаһтар титулын алған.