әзербайжандарҙың этнографик төркөмө From Wikipedia, the free encyclopedia
Шаһсевәндәр (әзерб. شاهسون, Şahsevən — шаһты һөйөүселәр, шаһҡа тоғролар) — әзербайжандарҙың этнографик төркөмө[1][2][3][4], Ирандың төньяҡ-көнбайышында һәм Әзербайжандың Жабраил далаһында Аракс яғына ҡарай көньяҡта[5] йәшәй. Шаһсевәндәр әрдәбил һәм мешкин төркөмдәренә бүленә. Иранда уларҙың һаны 270 мең кеше. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алғанда әзербайжандар һанына индерелер булғандар. Диндар шаһсевәндәр сөнни мосолмандарына ҡарай.
Был төркөмдөң барлыҡҡа килеүенә XVI быуатта сәфәүи шаһы Ғәббәс I сәбәпсе була, ҡыҙылбаш ҡәбиләләре башлыҡтарының йоғонтоһон кәметеү маҡсатында ул ҡыҙылбаш ҡәбиләләр берекмәһе ағзаларынан махсус гвардия ойоштора, гвардияға «шаһсевән» (әзерб. Şahsevən — шаһты һөйөүселәр) тигән атама бирелә. Шаһсевәндәр ырыуы башлығы Назарали хан Әрдәбил ханлығын нигеҙләүсе була[6].
Шаһсевәндәр ҙур европеоид расаһының балҡан-кавказ расаһы алғы азия вариантына ҡарай. Әзербайжан теленең көнсығыш (муған) диалекттарында һөйләшәләр.
Шаһсевәндәр күсмә малсылыҡ (һарыҡ, еккегә эре мал, дөйә, йылҡы үрсетеү) менән шөғөлләнә. Йәй — Сабалан тауҙарында, ҡыш Муған далаһында күсеп йөрөйҙәр. XIX быуат аҙағынан шаһсевәндәр ултыраҡлыҡҡа һәм баҫыу эштәренә ылыға башлай.
Шаһсевәндәрҙең традицион торлағы — тирмә һәм аласыҡ.
Традицион кейемдәре: ирҙәр кейеме — аҡ йә зәңгәр күлдәк, көрән буҫтау салбар, черкес еләне, һарыҡ папаха, күн ҡата. Ҡыш һарыҡ тиреһенән тегелгән тун кейә. Сәстәрен ҡырып, һаҡал үҫтереп йөрөйҙәр. Ҡатын-ҡыҙ кейеме — зәңгәр күлдәк, киң салбар, арҡалыҡ, зәңгәр бөркәнсек, йөн ойоҡ, ситек, алтын һәм көмөш биҙәүестәр. Баштарына яулыҡ ябыналар. Ҡатын-ҡыҙҙар һарыҡ йөнөн эшкәртә, ойоҡ, башалтай, бейәләй бәйләй, келәм һуға.
Традицион аҙыҡтары — былау, өйрә, һарыҡ ите, һөт ризыҡтары.
Шаһсевәндәр әле лә ырыуҙарға бүленеште һәм мосолман диненә тиклемге ҡайһы бер йолаларын (шул иҫәптән ерләү йолаһын) һаҡлайҙар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.