Шаммазов Айрат Минһаж улы
совет һәм Рәсәй ғалимы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Шаммазов Айрат Минһаж улы (31 август 1947 йыл) — тотош мөхиттәр механикаһы, нефть һәм газды ташыу һәм һаҡлау объекттарының һөҙөмтәлелеген, ышаныслылығын һәм экологиялылығын күтәреү өлкәһендә эшләүсе СССР һәм Рәсәй ғалимы; педагог, юғары белем биреү өлкәһендә ойоштороусы. Техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге ике премияһы лауреаты. Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры (1994—2014). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президенты (2006—2011).
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Шаммазов Айрат Минһаж улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 31 август 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (76 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | ғалим, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | механика сплошных сред[d][1] һәм транспортировка нефти[d][1] |
Эш урыны | ӨДНТУ |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Уҡыусылар | Мастобаев Борис Николаевич |
Ойошма ағзаһы | Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Шаммазов Айрат Минһаж улы Викимилектә |
Ябырға