Чукотка ярымутрауы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Чукотка ярымутрауы (Чукотка) — Евразия материгының иң төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан ярымутрау. Төньяҡтан Төньяҡ Боҙло океандың Чукот диңгеҙе менән, көньяҡтан Тымыҡ океандың Беринг диңгеҙе менән йыуыла. Алаясканан тар ғына Беринг боғаҙы айырып тора. Ярымутрауҙың көнсығыш яры буйында Аракамчечен утрауы бар.
Чукотка ярымутрауы | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Чукотка автономиялы округы |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Чукот диңгеҙе[2], Беринг боғаҙы[2] һәм Анадырский залив[d][2] |
Иң юғары нөктә | Iskhodnaya[d] |
Тасуирлау биттәре | derstandard.de/story/200… |
Чукотка ярымутрауы Викимилектә |
Был көнбайыш ярымшарҙа урынлашҡан Азия континентының берҙән-бер өлөшө.
Ярымутрау Рәсәй федерацияһының Чукот автоном округы составына инә. Ярымутрауынҙа Провиденский һәм Чукот райондары урынлашҡан.
Ярамутрауға исемде 1728 йылда В. Беринг утрауҙа йәшәгән чукча халҡы исемен бирә.
Чукотка ярымутрауының ҙур өлөшөн 1000 метрлыҡ таулыҡтар ҡаплаған. Күп телгәләнгән таулыҡтар һәм ҡаялар араһында айырым бейек тау түбәләре лә бар. Тау массивтары Чевтакан, Эргувеем, Нунямоваам йылғаларының тәрән үҙәндәре менән телгәләнгән. Иң бейек тау түбәләренә Синяев походы менән бәйле исемдәр бирелгән (1194 метр — Чукотка ярымутрауында иң бейек тау түбәһе). Яр буйында тауҙар ҡапыл текә ҡаялар барлыҡҡа килтереп өҙөлә. Уйһыулыҡтар һөҙәк, күберәге лагуналарға яҡын урында урынлашҡан.
Климат ҡырыҫ, яр буйында — диңгеҙ климаты, эске райондарҙа — ҡырҡа-континенталь. Ҡыш оҙонлоғо 10 айға тиклем.
Бөтә ерҙә мәңгелек туңлыҡ таралған. Бергә тоташмаған (30-40 метр оҙонлоҡтағы) туңлыҡтар эре йылғаларҙың түбәнге ағымында һәм термокарст күлдәре аҫтында ғына осрай. Туңған тау тоҡомдарының уртаса температураһы яҡынса тау битләүҙәрендә −10°С, йылға үҙәндәрендә −6°С. Дөйөм алғанда Привидения бухтаһы янында, Тымыҡ океан йылылығы тәьҫире менән, температура күтәрелә.
Чукотка ярымутрауы тулыһынса тундра зонаһында урынлашҡан. Урмандар бөтөнләй юҡ. Арктика талы, дүрт ҡырлы кассиопия, ҡара көртмәле, мүк еләге, ағуна үләне кеүек үләндәр үҫә, уларҙың бейеклеге 5 — 20 см. Йыш ҡына ябыҡ ҡайын, эт еләге лә осрай. Һыу үҙәндәрендә һыу баҫар үҙәндәрҙә үҫә торған тал, ерек, кәрлә ҡайындар үҫә. Мүк һәм лишайниктар флораһы киң таралған, уларҙың күпселеге һирәк осрай торғандар.
Аҡ төлкө, бүре киң таралған, шулай уҡ төньяҡ боландары һәм ҡуяндары, оҙон ҡойроҡло йомран, сипылдаҡ ҡоштар, леммингтар (арктика сысҡандары) тереклек итә. Таулы райондарҙа тау тәкәһе йәшәй.
Диңгеҙҙең ҡаялы ярҙарында, чистик, ипатка, кайру, топорок, баклан беренг, аҡсарлаҡ кеүек ҡоштар оя ҡора. Тундрала гуменник, белолобый ҡаҙы, көнсығыш-себер казаркаһы, гагара, плавунчик, канада торна, кулик, дутыш, поморник һәм ҡоштарҙың башҡа төрҙәре осрай. Ҡалҡыулыҡтарҙа аҡ өкө, аҡ ағуна, һары америка сәпсеге, көнсығыш-себер көйөлдөһө оя ҡора.
И. А. Черешнев мәғлүмәте буйынса, 2008 йыл:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.