Чикитос индеецтары ерҙәрендә иезуит миссиялары
Боливиялағы ҡомартҡы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Чикитоста иезуит миссиялары — алты — Сан-Хавьер, Сан-Рафаэль де Веласко, Сан-Хосе де Чикитос, Консепсьон, Сан-Мигель де Веласко, Санта- Анна де Веласко биләмәләренән торған мәҙәни-тарихи һәйкәл. БНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән һәм Боливияла, Санта-Крус департаментында урынлашҡан. Был тарихи ҡомартҡы үҙенең Европа һәм индеецтар мәҙәниәтенең эклектик үҙенсәлеге менән билдәле. Һәйкәл алты ҡаланан — XVII—XVIII быуаттарҙа Көньяҡ Америкала католицизмды таратыу өсөн иезуиттар тарафынан нигеҙләнгән миссионерлыҡ үҙәктәреннә тора.
Чикитос индеецтары ерҙәрендә иезуит миссиялары | |
Дәүләт | Боливия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Санта-Крус[d] |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (iv)[d][1] һәм (v)[d][1] |
Чикитос индеецтары ерҙәрендә иезуит миссиялары Викимилектә |
XVII быуат аҙағында иезуиттар католик ҡорамдарҙан һәм үҙенсәлекле стилдәге архитектура ҡоролмаларынан торған миссионерлыҡ үҙәктәре төҙөп, бында йәшәгән Көньяҡ Америка индеецтарын шул ваҡыттағы көнбайыш цивилизацияһының мәҙәниәте, иҡтисади, техник ҡаҙаныштары менән таныштырыу аша, католицизмға йәлеп итә. Иезуит миссияларҙың иҡтисади һәм социаль тормошон шундай итеп ойоштора, улар Испан коронаһынан бойондороҡһоҙ һәм иҡтисади үҙ аллы була. Иезуиттар Боливия ситкә һөрөлгәс, уларҙың миссиялары нигеҙләгән ҡалаларҙың ҙур өлөшө емерелеп, харабаға әйләнә. Чикитос департаментындағы иезуит миссияһының ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән алты ҡалаһы бөгөнгә тиклем үҙгәрешһеҙ тиерлек һаҡланғанлығы менән билдәле. XX быуаттың икенсе яртыһында ҡалаларҙа реставрация башлана. Боливия хөкүмәте Чикитостағы иезуит миссияларын туристарҙы йәлеп итеү өсөн ҡуллана, һәйкәл территорияһында халыҡ-ара музыка фестивалдәре һәм башҡа мәҙәни саралар үткәрә.