From Wikipedia, the free encyclopedia
Чернобылдең ябыҡ зонаһы йәғни Чернобыль АЭС-ының тыйылған зонаһы (1986—1987 йылдарҙа 30-километрлы зона тип аталған)[1] — Чернобыль атом электростанцияһындағы авариянан һуң көслө радиация бысраныуына дусар ителгән һәм ирекле кереп-сығыу тыйылған биләмә.
Был сифатһыҙ һәм хаталы мәҡәлә. |
Чернобыль зонаһына Киев өлкәһенән — Иванкив районының төньяғы (Чернобыль ҡалаһы, АЭС ошо районда), Припять ҡалаһы, Киев өлкәһенән Полесский районының төньяғы (райондың ҡала тибындағы Полесское һәм Вильча ҡасабалары) инә. 2010 йылдың июненән Чернобыль зонаһына Житомир өлкәһенең Народичский районын да ҡушалар (Древлян тәбиғәт ҡурсаулығы).
Ябыҡ (тыйылған)зона 1986 йылда, Чернобыль АЭС-ындығы авариянан һуң булдырыла. Бында контролдә тотолоусы өс биләмә билдәләнә:
Бысранған ерҙәрҙән халыҡ күсерелә. Ябыҡ зонала һәм электростанцияла эшләүселәрҙе хеҙмәтләндергән транспортҡа ҡәтғи дозиметрик контроль ҡуйыла. Дезактивация пункттары йәйелдерелә.
Сик аша радиоактив матдәләр сығыуына юл ҡуймаҫ өсөн эшселәрҙе күсереп ултыртырға транспорт саралары булдырыла.[2].
30 километрлы зонаның тышында ла радиация норманан юғары булған биләмәләр ҡалған була. 1990-сы йылдарҙан башлап бындай бысранған биләмәләрҙән дә халыҡ яйлап күсерелә башлай. Улар иҫәбенә Киев өлкәһе Полесский районының торама пункттары ла инә.[3].
1996 йылға ҡала тибындағы Полесское һәм Вильча ҡасабаларында, Диброва һәм Новый Мир ауылдарында йәшәүселәр тулыһынса күсерелә. 1997 йылдан был биләмәләрҙе Чернобылдең ябыҡ зонаһына ҡушалар.
2011 йылда Белоруссияла ябыҡ зонаның өстән бер өлөшө киренән хужалыҡ әйләнешенә индерелә[4]. Был ерҙәрҙең дөйөм майҙаны — (1986 йылда эшлектән сыҡҡан 46,45 мең км² ерҙән) 16,35 мең км²[4].
Ябыҡ (тыйылған, ситләтелгән) зона — бөркөп торған радиация сығанағы. Зонала төп эштәр — бындағы радиацияның биләмә сиктәренән сығыуына юл ҡуймау. Һыу ятҡылыҡтарын радионуклидтар эләгеү хәүефенән һаҡлау (Киев һыуһаҡлағысын, Днепр йылғаһын һ.б).
Ябыҡ (тыйылған) зонаның административ үҙәге — Чернобыль ҡалаһы. Бында ябыҡ зонаның администрацияһы (СЗА) урынлашҡан. Ул — үҙ эшмәкәрлдеген Ғәҙәттән тыш хәлдәр министерлығының бер бүлеге булараҡ тормошҡа ашыра.
Ябыҡ зонала СЗА предприятиеләренең, Чернобыль АЭС-ың персоналы йәшәй. Зонала эшләп йөрөүселәрҙең һаны сама менән 5000 тирәһе кеше. Шуларҙың 3000 тирәһе Славутич ҡалаһында йәшәй. Шулай уҡ, 11 ташландыҡ торама пунктта үҙалдына килеп төпләнгән халыҡ (самосёлы) йәшәй. Уларҙың дөйөм 300 кеше тирәһе.
Ситләтелгән зонала Украинаның тәбиғи ҡурсаулыҡ фондының 11 объекты бар. Хәҙер ситләтелгән зона әкренләп һирәк осраған хайуандар йәшәй торған резерватҡа әйләнеп бара. Һирәк осраған хайуандарҙан унда айыу, ҡама, бурһыҡ, ондатра, һеләүһен, болан, Пржевальский аты бар.
Шулай уҡ, күп һанда мышы, илек, бүре, төлкө, куян, ҡабан һәм ярғанаттар булыуы асыҡланған.
Ядро хәүефһеҙлеге буйынса Чернобыль үҙәге хеҙмәткәре Сергей Гащак белдереүенсә, ҡырағай хайуандарҙың организмы радиацияның юғары фонына, химик бысраныуға һәм башҡа негатив факторҙарға ҡаршы тора, үҙаллы һаҡлана ала.
Шулай итеп, антропоген тәьҫирҙең булмауы тәбиғәт өсөн ыңғай һөҙөмтә бирә. Был эффект катастрофаның негатив тәьҫирен йөҙҙәрсә тапҡыр үтеп китә икән[5].
Хәҙерге көндә ситләтелгән зона биләмәһе легаль булмаған туризм урыны булып тора (сталкерство)[6][7]. Был ситләтелгән зонаға легаль булмаған үтеп инеүҙәрҙе тыйыу өсөн сараларҙы көсәйтергә мәжбүр итә. Унан әйберҙәр алып сығыу енәйәт эше итеп ҡарала (Украинаның Енәйәт кодексы, 267-1-се статья)[8].
Статья: Чернобылдың ситләтелгән зонаһындағы күсерелгән торама пунктар исемлеге
Чернобылдың ситләтелгән зонаһынан күсерелгән торама пунктарҙың ҡайһы берҙәре:
Иң оҙон ғүмерле радионуклидтар:
Ярым тарҡалыу периоды бәләкәй булған башҡа радиоактив элементтар (шулар эсенән Иод-131, Кобальт-60, Цезий-134) изотоптары был ваҡытҡа тарҡалып бөтөп, мөхитте радиоактив бысратыуҙа ҡатнашмайҙар.
Юрия Андреев раҫлауынса, (авария мәлендә һәм авария эҙемтәләрен ликвидациялау мәлендә Чернобыль АЭС -ың икенсе блогы операторҙарының береһе), зонаға үтеп инеүҙәр, ташландыҡ йорттарҙа урынлашып, хужалыҡ булдырып йәшәп ятыусылыр арта бара, йәғни "үҙ алдына ғына реэвакуация бара "[9].
Бынан тыш зонаға элеккесә, «мародёрҙар килеүен дауам итә, металл, шифер алып сығалар, наркомандар зонала наркотик үҫтерә». Ситләтелгән зона базаһында (ЧАЭС) 2016 йылдың 26 апреленән Чернобыль радиацион-экологик биосфера ҡурсаулығы төҙөлә.[10]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.