Чарльз Дарвин
From Wikipedia, the free encyclopedia
Чарлз Ро́берт Да́рвин (ингл. Charles Robert Darwin; 12 февраль 1809 йыл — 19 апрель 1882 йыл) — инглиз натуралисы һәм сәйәхәтсеһе, беренселәрҙән булып тере организмдарҙың дөйөм тамырҙан сығып, эволюцияға бирелгәнлеген әйтә һәм дәлилләй. 1859 йылда баҫылған тәүге киң хеҙмәтендә, «Төрҙәрҙең килеп сығышы» тигән китабында, Дарвин эволюция тәбиғи һайланыш һәм аныҡ булмаған үҙгәрештәр нигеҙендә бара, тип яҙа. Ул ваҡытта Англияның ауыл хужалығында йорт ҡоштары һәм сәсеп үҫтерә торған үҫемлектәр ошолай һайлау юлы менән үрсетелгән тигән ҡараш та быға ҡеүәт биреп ебәрә.
Чарлз Дарвин | |
Charles Darwin | |
| |
Тыуған көнө |
12 февраль 1809({{padleft:1809|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) |
---|---|
Тыуған урыны |
Шрюсбери, Бөйөк Британия |
Вафат көнө |
19 апрель 1882({{padleft:1882|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (73 йәш) |
Вафат урыны |
Даун (хәҙер Лондонға инә), Бөйөк Британия |
Ил |
Бөйөк Британия |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны |
Король географик йәмғиәте |
Альма-матер |
Эдинбург университеты, Кембридж университеты |
Ниндәй өлкәлә танылған |
Эволюция тәғлимәтенә нигеҙ һалыусы |
Награда һәм премиялары |
Король медале (1853) |
Автограф | |
Биологик систематика | |
Ботаник таксондар рәтенә исем биреүсе автор. Ботаник номенклатураның Халаҡ-ара кодексында (бинар) номенклатурала был исемдәр «Darwin» ҡыҫҡарталған ҡушымта менән бирелә .
IPNI сайтында Был таксондар исемлеге IPNI сайтында Шәхси бите |
Дарвин үҙе тере сағында уҡ ғалимдарҙың күпселеге эволюцияның барлығын таныһа ла, XX быуаттың 30-сы йылдарында эволюцияның синтетик теорияһы килеп сыҡҡандан һуң ғына тулыһынса ҡабул ителә башлай[1][2]. Дарвин идеялары бөгөн эволюцияның синтетик теорияһы нигеҙендә ята һәм биологиила төрлөлөктө аңлатыу өсөн ҡулланыла[3]. Дарвиндың ортодоксаль шәкерттәре (дарвинизм) тип аталған йүнәлеште артабан дауам итә, үҫтерә.