Чага (рус.  Ча́га, берёзовый гриб, Трутови́к ско́шенный, лат. Inonotus obliquus) — ҡайын ороһо, ҡыуа. Ҡайын һәм ерек олононда үҫеүсе ҡара төҫтәге бәшмәк. Ҡыу бәшмәктәр семьяһынан. Ауырлығы 5 кг-ға етә, саң һеркә таратып ишәйә.

Ентеклерәк мәғлүмәт ?Чага, Фәнни классификация ...
?
Чага
Thumb
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Бәшмәктәр
Бүлексә: Базидиомицеты
Класс: Агарикомицеты
Суб-класс: Agaricomycetidae
Тәртип: Гименохетовые
Ғаилә: Гименохетовые
Ырыу: Трутовик (Инонотус)
Төр: Ағас бәшмәге
Латинса исеме
Inonotus obliquus (Ach. ex Pers.) Pil. 1942
NCBI 167356
Ябырға

Таралыуы

Чага бәшмәге, йәки ҡайын ороһо — ҡайын һәм ерек олононда үҫеүсе ҡара төҫтәге бәшмәк. Башкортостанда киң таралған, көньяҡ Уралда, Урал аръяғы райондарында, Һаҡмар тирәһендә йышыраҡ осрай.

Дауалау маҡсатында халыҡ медицинаһында бик борондан ҡулланылып килә. Чага бәшмәген йыл буйына әҙерләргә мөмкин. Иң уңайлыһы: көҙгөһөн йәки ҡышҡыһын йыйыу. Уны башҡа бәшмәктәр менән бутарға ярамай. Чаганың тышы ҡытыршы була.

Бәшмәкте балта менән сабып алалар. Сүп-сарҙан таҙартҡандан һуң ул киҫкеләп ваҡлана ла 50-60 градус йылылыҡтағы мейестә киптерелә.

Мейес башында ла киптерергә мөмкин. Ҡоро ерҙә һаҡлағанда чага бәшмәге 2 йылға тиклем шифаһын юғалтмай.

Составы

Чаганың 12,3% тирәһе өлөшө минераль матдәләргә тура килә. Унда бик күп микдарҙа калий бар.

Шулай уҡ, бәшмәктең составында: ҡуҙғалаҡ, ҡырмыҫҡа, һеркә, винил, май кислоталары табылған; полифенол, тритерпеноидтар, ыҫмалалар, флавоноидтар, агарцин кислотаһы, алкалоидтар, полисахаридтар, стерин, лигнин, марганец, тимер, кремний, алюминий, кальций, магний, медь, цинк тоҙҙары, биологик актив матдәләр бар.

Яман шештәргә ҡаршы шифаһы составындағы птерин тигән матдәһенә бәйләнгән.

Дауаһы

Чага иммунитетты нығыта, матдәләр алмашыныуҙы яйға һала. Арығанда, организмды нығыта, тонусын күтәрә, эшкә һәләтлелеген көсәйтә.

Уны «биоген стимулятор» тип тә атайҙар. Сөнки, әһәмиәте киң дәирәлә:

  • антиоксидант, спазмолитик булып тора;
  • репаратив (тергеҙеү) һәләтлегенә эйә;
  • шештәргә ҡаршы тороуҙы көсәйтә;
  • ауыртыныуҙы баҫа;
  • Һейҙекте ҡыуа, эсте йомшарта;
  • микробтарҙың тереклеген баҫа;
  • гастритты, дискинезия, язваны, эсәк һәм ашҡаҙан полипозын дауалай.

Халыҡ медицинаһында чага төнәтмәһе яман шештән ҡулланылыуы билдәле. Медицина фәне күрһәтеүенсә, был дауа яман шеш сирен бөтөрмәй, әммә сирле кешенең хәлен бер аҙ яҡшырта, ауыртыу-һыҙланыу кәмей.

Чага бәшмәгенән әҙерләнгән «бефунгин» исемле дарыу дарыуханаларҙа һатыла. Һәм, нигеҙҙә, үрҙә күрһәтелгән ауырыуҙарҙан ҡулланыла.

Төнәтмәне әҙерләү: кипкән чага бик ҡаты була, шуға күрә чага киҫәге тәүҙә һалҡын һыуҙа 3-5 сәғәт ебетелә, шунан ваҡлана. Ит турағыс аша үткәрергә мөмкин. Ошолай иҙелгән чага бәшмәген 1 литр 45-50 градуслы ҡайнатылған һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 2 тәүлек тоторға.

Төнәтмәне көнөнә 5-6 тапҡыр, ашарҙан 30 минут элек, ярты стакан эсергә. Был дауаны эсеп дауаланғанда ҡаҡланған, тоҙланған, ҡурылған ашамлыҡ, консервалар ашау, борос-гәрсис ҡулланыу, спиртлы эсемлектәр эсеү тыйыла. Ит-май сикләнһен. Нигеҙҙә, һөт һәм йәшелсә ашы менән генә туҡланыу кәңәш ителә. Чаганан дауаланғанда пениңилин антибиотигын, глюкоза шәкәрен ҡаҙатырға ярамай.

Thumb

Әҙәбиәт

  • Ғүмәров В.З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. -160 б. ISBN 5-295-01499-1
  • Дудченко Л. Г., Козьяков А. С., Кривенко В. В. Пряно-ароматические и пряно-вкусовые растения — К.: Наукова думка, 1989. — 304 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-12-000483-0.  (рус.)

Һылтанмалар

  • Antioxidant effects of Inonotus obliquus. J Ethnopharmacol. 2005; 96(1-2):79-85 (ISSN: 0378-8741)
  • Лечение чагой — рецепты лекарственных средств на основе березового гриба

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.