Целе
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Целе (слов.Celje; нем.Cilli) — Словениялағы ҡала, ҙурлығы буйынса илдә өсөнсө тораҡ пункт. Тарихи Түбәнге Штирия өлкәһенең өлөшө булып тора. Целе ҡала округының (общинаһының) административ үҙәге.
Целе | |
нем. Cilli слов. Celje | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1451 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Celje |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт | Словения[1] |
Административ үҙәге | Целе[d] |
Административ-территориаль берәмек | Целе[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Савиня[d] һәм Voglajna[d] |
Хөкүмәт башлығы | Matija Kovač[d] |
Халыҡ һаны |
37 875 кеше (2019)[2], 37 872 кеше (1 ғинуар 2020)[3] |
Ир-егеттәр | 18 975[4] |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 18 897[4] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 238 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Гревенброх[d], Зинген[d], Славонски-Брод, Будва[d], Череповец, Чуприя[d], Грац, Шпитталь-ан-дер-Драу[d], Добой[d] һәм Зонгулдак[d] |
Мираҫ статусы | словенский памятник локального значения[d][5] |
Майҙан | 22,714 км² |
Почта индексы | 3000 |
Рәсми сайт | celje.si |
Урындағы телефон коды | 03 |
Номер тамғаһы коды | CE |
Категория для почётных граждан субъекта | Q32895715? |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Celje[d] |
Целе Викимилектә |
Целе Савиня, Ложница һәм Воглайна йылғаларының ҡушылған урынында, боронғо Цельсий замогы урынлашҡан ҡалҡыулыҡ итәгендә ята. Ҡала тарихҡа Целе графлығының (XIV—XV быуаттарҙа) үҙәге булараҡ ингән, ул урта быуат дәүерендә берҙән-бер бойондороҡһоҙ этник словен дәүләте булған. «Өс йондоҙ» — Целе ҡалаһында графтар символы — хәҙерге Словенияның дәүләт гербының бер элементына әүерелә.
2012 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡала халҡы 37584 кеше тәшкил итә; 2002 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса община халҡы 48 081 кеше тәшкил иткән. 1991 йылда словенлылар ҡала халҡының 82,1 процентын, сербтар — 4,6 % , хорваттар — 4,1 % тәшкил итә.
Общинаның халҡы динамикаһы:
Йыл | 1924 | 1940 | 1995 | 2002 | 2007 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|
Халҡы | 7750 | 20 000 | 40 710 | 48 081 | 45 826 | 50 039 |
Икенсе донъя һуғышы йылдарында 1945 йылда 181-се немец пехота дивизияһы Целе ҡалаһына ҡыҫырыҡлап индерелә, унда Югославия ғәскәрҙәре алдында капитуляция яһай[6].
Целе ҡалаһында футбол клубы урынлашҡан
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.