From Wikipedia, the free encyclopedia
Хәтфә (франц. peluche; рус. Плюш) — бәрхәт төрө, уң яғында оҙон (8 мм тиклем) өбөрөлө туҡыма. Өбөрөһө ебәк, йөн, кизе-мамыҡ йәки полиэстер кеүек синтетик сүстәрҙән була[1]. Ә туҡыма ерлеге һәр саҡ кизе-мамыҡтан эшләнелә.
Хәтфә | |
Хәтфә Викимилектә |
Биҙәү эштәрендә, ҡатын-ҡыҙ кейеме, маскарад һәм театр костюмдары тегеү, йорт йыһаздарын, һирәкләп автомобиль салонын тышлау өсөн ҡулланыла. Хәтфәнән йомшаҡ айыу(плюшевый мишка) һәм башҡа балалар уйынсыҡтары эшләнә. Өҫтәүенә, заказға дизайнер уйынсыҡтары әҙерләү өсөн төп материалдарҙың береһе булып тора, сөнки ул йомшаҡ һәм ҡулға алыуы ла күңелгә ятышлы.
Уның өбөрөһө бөтә туҡыма буйлап та йәки айырым өлөштәрендә генә булыуы мөмкин. Бәрхәт менән сағыштырғанда, хәтфәнең өбөрөһө ҡуйыраҡ һәм оҙонораҡ. Сүстәрҙең төрөнә ҡарап хәтфәнең өбөрөһө киҫелеүе (бәрхәтте хәтерләтә), элмәкле, бер яҡлы, ике яҡлы булыуы мөмкин. Биҙәлеше буйынса туҡыма шыма, биҙәкле, һырланған, фасонлы төрҙәргә бүленә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.