From Wikipedia, the free encyclopedia
Хәрби ант шулай уҡ Хәрби присяга — дәүләт ҡораллы көстәренә хәрби хеҙмәткә саҡырылғанда йәки ҡабул ителгәндә ошо илдең һәр гражданы биргән тантаналы ант.
Хәрби ант | |
Хәрби ант Викимилектә |
Ул боронғо замандарҙан уҡ донъяның күпселек дәүләттәренең ҡораллы көстәрендә бар. Урында йәшәгән теге йәки был халыҡтың (халыҡтарҙың) ғөрөф-ғәҙәттәренә, дәүләттең ҡоролошона бәйле хәрби анттың үҙенсәлекле йөкмәткеһе, уны биреүҙең нығынған йолалары бар.
Рәсәйҙә күп быуаттар дауамында батша, хөкүмәт, дәүләт ҡоролошо алышынып тора һәм хәрби ант тексы ла күп тапҡырҙар яңынан яҙыла. Әммә бөтә варианттарҙа ла уның мәғәнәһе бер төрлө: ант тантаналы була һәм шулай ҡала.
Хәҙерге редакциялағы текстың йөкмәткеһе түбәндәгесә:
"Мин, (фамилияһы, исеме, атаһының исеме), Ватаныма тоғролоҡ тураһында тантаналы ант бирәм.
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын, хәрби уставтарҙың, командирҙар һәм начальниктарҙың бойороҡтарын теүәл үтәргә ант итәм. Хәрби бурысымды лайыҡлы үтәргә, азатлыҡты, Рәсәйҙең бойондороҡһоҙлоғон һәм конституцион ҡоролошон, халыҡты һәм Ватанды батырҙарса яҡларға ант итәм.
Хәрби ант тексы «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында»ғы Рәсәй Федерацияһы Федераль Законының 1998 йылдың 28 мартындағы 40-сы статьяһы менән раҫлана. Элек Рәсәй Федерацияһы Президентының 1992 йылдың 5 ғинуарында сыҡҡан Указы менән раҫланған ант тексы файҙаланылған.
"Мин, (фамилияһы, исеме, атаһының исеме), хәрби хеҙмәт сафына баҫам һәм Рәсәй Федерацияһына һәм уның халҡына тоғролоҡ анты бирәм. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм закондарын үтәргә, хәрби устав талаптарын, командирҙар һәм начальниктарҙың законлы рәүештә йөкмәтелгән бойороҡтарын теүәл башҡарырға ант итәм.
Хәрби хеҙмәттә булғанда намыҫлы, ғәҙел булырға, уның менән бәйле ауырлыҡтарҙы лайыҡлы үтергә ант итәм. Батырҙарса, үҙ ғүмеремде аямай Рәсәй Федерацияһының халҡын һәм дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡмын.
Халыҡҡа һәм улар тарфынан законлы рәүештә һайланған власть органдарына ҡаршы ҡорал ҡулланмаҫҡа ант итәм.Хәрби хеҙмәтте Рәсәй Федерацияһы территорияһының төрлө мөйөшөндә йәки унан ситтә, мине Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ебәргән урында үтергә һәм үҙем хеҙмәт иткән дәүләттең закондарын үтәргә вәғәҙә бирәм
Хәрби ант биреү процедураһы Ҡораллы Көстәрҙең Эске хеҙмәт уставы менән билдәләнгән тәртиптә башҡарыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.