![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/d1/Muslim_meat_shop_halal_sign%252C_Hankow_China%252C_1935.jpg/640px-Muslim_meat_shop_halal_sign%252C_Hankow_China%252C_1935.jpg&w=640&q=50)
Хәләл
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хәләл(ғәр. حلال) — шәриғәттә рөхсәт ителгән ғәмәлдәр. Тейешенсә (сөннәт), зыянһыҙ (мөбәх) һәм кәрәкмәҫ (мәҡрүһ тәнзиһ) кимәлдәре бар. Мосолман көнитмешендә хәләл тигәнде ғәҙәттә Ислам тыймаған ризыҡтарға ҡарата ҡулланалар. Мәгәр, дөйөм алғанда, көнкүрештең барлыҡ өлкәләренә ҡағыла: ризыҡ, кейем, биҙәүестәр, косметика һәм парфюмерия, шәхси гигиена, ял, күңел асыу, финанс, кеше менән мөнәсәбәттәр, тирә-яҡ мөхит, эш, мөлкәт мәсьәләләре һ.б. Хәләлгә ҡапма-ҡаршы һүҙ — харам.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/d1/Muslim_meat_shop_halal_sign%2C_Hankow_China%2C_1935.jpg/640px-Muslim_meat_shop_halal_sign%2C_Hankow_China%2C_1935.jpg)