Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы (ғәр. کریم حاك; «Ҡыҙыл паша»; төп исеме — Ғәбделхәкимов Ғәбделкәрим Ғәбделрәүеф улы; 28 ноябрь (15 ноябрь) 1890 йыл — 10 ғинуар 1938 йыл) — СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, дипломат. Ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Сәғүдтәр династияһының яңы дәүләте үҫешендә туранан-тура ҡатнаша һәм король Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүдтең дуҫы булып китә. Мосолман мөхитендә тәрбиәләнеп һәм элгәрәк революционер, ҡыҙыл командир һәм совет власын ойоштороусы булараҡ, Кәрим Хәкимов үҙенең шәхси абруйы менән ғәрәп-фарсы донъяһында Совет Рәсәйенең ыңғай йөҙөн барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. СССР-ҙың Тышҡы эштәр министырлығында Хәкимов ғәрәп Көнсығышы буйынса иң яҡшы белгестәрҙең береһе тип иҫәпләнгән.
Ҡыҫҡа факттар Сәғүд Ғәрәбстанында СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле, 1936 — 1937 ...
Ябырға
Википедияла
Хәкимов фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.
"Ҡыҙыл паша"ны репрессиялау һәм язалап үлтереү Сәғүд Ғәрәбстанында идара итеүсе династияға тәрән тәьҫир яһай — шул уҡ 1938 йылда короллек СССР менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙә һәм улар тик 1990-сы йылдар башында ғына тергеҙелә.