Хэйхэ
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хэйхэ (ҡыт. ябай. 黑河, пиньинь: Hēihé, һүҙмә-һүҙ: «Ҡара йылға», манчжурия исеме: Сахалян) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының Хэйлунцзян провинцияһындағы ҡала округы. Амур йылғаһы яры буйында, Рәсәй ҡалаһы Благовещен ҡаршыһында урынлашҡан, Благовещен менән йылға бәйләнеше бар.
Хэйхэ | |
Рәсми атамаһы | 黑河市 |
---|---|
Дәүләт | Ҡытай |
Административ-территориаль берәмек | Хэйлунцзян[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+8:00[d] |
Закондар сығарыу органы | Q106811130?[1] |
Халыҡ һаны |
1 673 899 кеше (2010)[2], 1 286 401 кеше (2020)[3] |
Административ рәүештә бүленә | Айхуэй[d], Нэньцзян[d], Сюнькэ[d], Суньу[d], Бэйань[d] һәм Удаляньчи[d] |
Туғандаш ҡала | Благовещен, Цицикар[4] һәм Красноярск |
Майҙан | 66 861,93 км² |
Почта индексы | 164300 |
Рәсми сайт | heihe.gov.cn |
Урындағы телефон коды | 456 |
Номер тамғаһы коды | 黑N |
Хэйхэ Викимилектә |
1683 йылдың 13 декабрендә урыҫтарҙы күҙәтеү өсөн Айгунь ҡалаһына нигеҙ һалына, ул хэйлунцзянь цзянцзюненең резиденцияһы була. Албазинды алғандан һуң ҡала Амур йылғаһы ағымынан бер ни тиклем түбәнерәк яңы урынға күсерелә. 1690 йылда цзянцзюнь резиденцияһы Маньчжуриянан эскә табан Мэргэнгә күсерелә, Ә Айгунь фудутун резиденцияһы була. 1709 йылда Айгунгә өс миисионер-иезуит килә, улар яҡшы нығытылған ҡаланың тасуирламаһын ҡалдыра. 1858 йылда бында Амур буйынса рәсәй-ҡытай сиктәренең үтеүен билдәләү буйынса Айгунь килешеүенә ҡул ҡуйыла.
1900 йылда ихэтуандәр ихтилалы ваҡытында бынан Рәсәй ҡалаһы Благовещенғаға ут асыла, һәм ҡаланы ваҡытлыса рус ғәскәрҙәре баҫып ала.
1911 йылдағы Синьхай революцияһынан һуң фудутунлыҡ структураһы тулыһынса юҡ ителә (Хэйлунцзян провинцияһы 1906 йылда формаль рәүештә граждандар идаралығы системаһына күсһә лә, урындарҙа үҙгәртеп ҡороу процесы һуҙыла), һәм был территорияларҙа өйәҙҙәр ойошторола.
1980 йылдың 15 ноябрендә ҠХР Дәүләт советы ҡарары менән Аухуэй өйәҙе биләмәһенең өлөшөнән Хэйхэ ҡалаһы ойошторола. 1983 йылдың 28 апрелендә Айхуэй өйәҙе бөтөрөлә, ә уның территорияһы Хэйхэ ҡалаһы составына индерелә. ҠХР Дәүләт советының 1993 йылдың 9 февралендәге ҡарары менән Хэйхэ ҡала округы барлыҡҡа килә, ә элекке Хэйхе ҡалаһы уның составында Айхуэй районы булып китә.
2004 йылдан Рәсәй граждандарына бында барлыҡҡа килгән рәсәй-ҡытай ирекле сауҙа зонаһына визаһыҙ үтеп инеү рөхсәт ителә.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 0,2 | 7,0 | 20,3 | 27,9 | 34,7 | 39,4 | 37,7 | 36,9 | 33,5 | 28,0 | 13,4 | 3,6 | 39,4 |
Уртаса максимум, °C | −15,6 | −9,5 | −0,5 | 11,0 | 19,5 | 25,5 | 27,3 | 25,1 | 18,9 | 9,1 | −4,9 | −14,7 | 7,6 |
Уртаса температура, °C | −21,5 | −16,3 | −6,8 | 4,7 | 12,8 | 19,3 | 21,8 | 19,6 | 12,7 | 3,2 | −10 | −19,8 | 1,6 |
Уртаса минимум, °C | −26,2 | −21,9 | −12,6 | −1,2 | 6,6 | 13,6 | 17,2 | 15,1 | 7,6 | −1,5 | −14,1 | −24,1 | −3,5 |
Абсолют минимум, °C | −44,5 | −45,4 | −35,7 | −17,7 | −7,5 | 0,1 | 8,2 | 4,4 | −4,3 | −24,8 | −32,9 | −41,2 | −45,4 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 7 | 5 | 11 | 31 | 46 | 83 | 125 | 123 | 64 | 26 | 14 | 8 | 543 |
Хэйхэ ҡала округы 1 ҡала районына, 2 ҡала өйәҙенә һәм 3 өйәҙгә бүленә:
Ошонан трансманчжурия Годао 202 (ҡыҫҡартылған исеме G202) трассаһы башлана, ул Хэйхэ һәм Люйшунькоуны бөтә Ҡытай аша тоташтыра. Шулай уҡ тимер юл вокзалы, аэропорт, йылға порттары бар.
Хэйхэның көнбайыш өлөшөндә Рәсәйҙән электр энергияһын импортлау өсөн подстанция төҙөлә. Электр энергияһын тапшырыу «Амур — Хэйхэ» ЛЭП 500 кВ аша Амур ПМЭС подстанцияһынан башҡарыла. Үҙ сиратында Амур подстанцияһына электр энергияһы Зей ГЭС һәм Бурей ГЭС-ынан килә.
2015 йылдың 29 июнендә Хэйхэла Рәсәй газын импортлау өсөн Хэйхэ — Шанхай газ торбалары төҙөлә башлай, ул «Себер көсө» газ торбалары буйынса Амур газ эшкәртеү заводы аша сик буйына еткереләсәк[5].
Хэйхэ ҡалаһына түбәндәге ҡалалар туғандаш:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.