Хунгарикум
венгр халҡының ғорурлығы булған нәмәләр / From Wikipedia, the free encyclopedia
Хунгарикум, Һунғарикум (мадьярса hungarikum, Hungary — Венгрия һәм unicum — уникаль) — Венгрия культурологияһында киң ҡулланылған төшөнсә, бер төркөм Венгрияла эшләп сығарылған, етештерелгән, уникаль, венгрҙарҙа киң таралған әйберҙәр, күренештәр, хеҙмәтләндереү үҙенсәлектәре. Һунгарикумдар исемлегенә ингән әйберҙәр венгрҙарҙың көнкүрешенә, йолаларына һәм мәҙәниәтенә бәйле һәм Венгрияның милли үҙенсәлеген тәшкил итәләр. Һунгарикум төшөнсәһе киң мәғәнәлә бөтә венгрҙар менән бәйле нәмәләрҙе, был саҡта хатта күренекле венгрҙарҙы, уларҙың ҡаҙаныштарын һәм улар уйлап сығарған әйберҙәрҙе лә атайҙар. Венгр теле үҙе һунгарикум булып тора. Һунгарикум — үҙенә күрә Венгрияның символы, венгр халҡының ғорурлығы булырлыҡ нәмәләр.
Ҡыҫҡа факттар
Хунгарикум |
Ябырға