Хорватия тарихы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Борон Хорватия территорияһында иллирийҙар йәшәгән. VI—VII быуаттарҙа бында славяндар төпләнгән. VIII быуаттан IX быуат аҙағына саҡлы хорват ерҙәре франктар власы аҫтында булған. IX быуатта ике кенәзлек — Диңгеҙ буйы Хорватияһы йәғни Далмация Хорватияһы (баш ҡалалары: Книн, Нин һәм Клис) һәм Паннония Хорватияһы йәғни Посав кенәзлектәре барлыҡҡа килгән. Был территорияға ҡарата «Хорватия» тигән атаманы яҙмала ҡуллана башлау IX быуатҡа ҡарай[1]. X—XI быуаттарҙа хорваттар короллеге иң көслө балҡан дәүләттәренең береһе булған. Венгр-хорват унияһын (1102) төҙөгәндән һуң, Хорватия, үҙидара хоҡуҡтары менән, Венгрия составына инә. Артабан Далмация һәм Славония бер нисә быуат дауамында башҡа Хорватиянан айырым үҫешкән.
XVI быуатта ил территорияһының күпселек өлөшө төрөктәр тарафынан яулап алынған, ҡалған территорияны һаҡлау Хәрби сик ойошторолған. Австро-Венгрияның бер өлөшө булараҡ, 1868 йылда Хорватияның мәҙәни-сиркәү, административ һәм суд автономияһы танылған. 1918 йылда хорват ерҙәре Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге (1929 йылдан — Югославия короллеге) составына ингән. Административ яҡтан 1939 йылда Хорватия бановинаһына берләштерелгән. 1941 йылда «Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте» ойошторолған. 1945 йылдан — Югославия составындағы федератив республика. 1991 йылдың 8 октябренән алып — бойондороҡһоҙ дәүләт[2]. 1991 йылдан 1995 йылға саҡлы ил территорияһында һуғыш барҙы. 2009 йылда Хорватия НАТО-ға ҡушыла, 2013 йылда Европа союзына инә.