Хеҙмәт Даны ордены
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хеҙмәт Даны ордены — СССР дәүләт наградаһы, СССР Юғары Советы Президиумының 1974 йылдың 18 ғинуарындағы Указына ярашлы булдырыла. Орденды булдырыу эштәре менән СССР Юғары Советы Президиумы секретары М. П. Георгадзе етәкселек итә. Орден һүрәте авторы — «Гознак» фабрикаһы рәссамы Ю. М. Егоров.
Хеҙмәт Даны ордены | |
Нигеҙләү датаһы | 1974 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | «Почёт Билдәһе» ордены |
Түбәнерәк дәрәжә | «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Хеҙмәт Даны ордены кавалерҙары |
Хеҙмәт Даны ордены Викимилектә |
Хеҙмәт Даны орденының өс дәрәжәһе булған, юғары кимәлдәгеһе — беренсе дәрәжә ордены. Бүләкләү эҙмә-эҙлекле башҡарыла: башта — өсөнсө, шунан — икенсе, һуңынан беренсе дәрәжә бирелә. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн бирелгән совет ордендары араһында — берҙән-бер дәрәжәле орден. Өс дәрәжә кавалерҙарына бирелгән статуты һәм ташламалары буйынса Хеҙмәт Даны ордены хәрби Дан орденына тап килә.
Тәүге Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләү 1974 йылдың 9 авгусында үткәрелә — биш йыллыҡ планды һәм социалистик йөкләмәләрҙе алдан үтәгән өсөн:
- «Азовсталь» заводы эшселәр төркөмө
- Алыҫ Көнсығыш шахтерҙары
- Кузбасстағы «Юбилейный» шахтаһы таусылары
1983 йылдың 7 ғинуарында 35 хеҙмәт батыры Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерҙары булып китә. Әзербайжан ССР-ының Каспбурнефтегазпром производство берекмәһе быраусыһы Вәкил Аббасов 1-cе һанлы I дәрәжә Хеҙмәт Даны орденына лайыҡ була.
Ордендың тулы кавалерҙары араһында бер Социалистик Хеҙмәт Геройы , (Б И. Вашакидзе) һәм бер Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы (М. Н. Готовцев) бар.
СССР тарихында һуңғы тапҡыр Хеҙмәт Даны ордены менән 1991 йылдың 21 декабрендә бүләкләйҙәр.