Хатшепсут
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хатшепсут (Боронғо Мысыр теленән Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙан иң беренсеһе тип тәржемә ителә) — Боронғо Мысырҙың Яңы батшалыҡ дәүерендә хаким итеүсе ҡатын, ун һигеҙенсе династияның бишенсе фирғәүене. Хатшепсут, төрлө сығанаҡтар буйынса, йә б.э.т. 1503—1482 йылдарҙа, йә б.э.т. 1479—1458 йылдарҙа, йә б.э.т. 1490/1489—1468 йылдарҙа Мысыр менән хаким итә. Башта ул ҡустыһы һәм ире Тутмос II-нең улы Тутмос III-нөң регенты була, әммә һуңынан уны тәхеттән ситләштереп, үҙен фирғәүен тип иғлан итә.
Хатшепсут | |
Боронғо Мысыр фирғәүене | |
Хаким итә башлауы: | б.э.т. 1503, йә 1479, йә 1490/1489 йыл |
---|---|
Тамамланыуы: | б.э.т. 1482, йә 1458, йә 1468 йыл |
Алдағы хаким: | Тутмос II |
Вариҫы: | Тутмос III |
Тыуған ваҡыты: | |
Ире: | Тутмос II |
Балалары: | Нефрура |
Династия: | ун һигеҙенсе династия |
Атаһы: | Тутмос I |
Әсәһе: | Яхмес |
Боронғо Мысырҙа ҡатын-ҡыҙ юғары статусҡа эйә була, шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙың фирғәүен титулына эйә булыуы — ғәҙәти күренеш түгел. Мысырҙа тәхеттәге ҡатынды аңлатыусы һүҙ бөтөнләй юҡ, фирғәүен һүҙе, Мысыр Аллаһы Хорҙың ерҙәге кәүҙәләнешен аңлатып, ир-ат хакимдарға ҡарата ғына ҡулланыла. Хатшепсуттан тыш та Мысыр тарихында тәхеткә ултырыуға ирешкән ҡатын-ҡыҙҙар булһа ла, нәҡ Хатшепсуттың хакимлығы иң оҙайлы ваҡытҡа һуҙыла, һәм тарихсылар уның хакимлығын иң уңышлыһы тип таный.