Хан һарайы (Баҡсаһарай)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Баҡсаһарайҙағы Хан һарайы (ҡырым-тат. Han Saray, укр. Ханьский палац в Бахчисараi, Баҡсаһарай һарайы) —Ҡырым хандарының элекке резиденцияһы. Донъя әһәмиәтендәге тарихи һәм мәҙәниһәйкәл, Ҡырым татарҙарының донъялағы берҙән-бер һарай архитектураһы өлгөһө[2]. Ул Баҡсаһарай тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы составына инә. Биналарында Ҡырым татарҙарының тарих һәм мәҙәниәт музейы, сәнғәт музейы[3], һалҡын һәм атыу ҡоралдары күргәҙмәһе урынлашҡан. Комплекс территорияһы 4,3 гектар ерҙе биләй. Элегрәк комплекс майҙаны 18 гектар[4] була.
Һарай | |
Хан һарайы | |
Баҡсаһарайҙа хан һарайы | |
Ил | Рәсәй/Украина[1] |
Ҡала | Баҡсаһарай |
Координаталар | 44°44′55″ с. ш. 33°52′55″ в. д.HGЯO |
Нигеҙләүсе | Сәхиб I Гәрәй |
Нигеҙләнгән | XVI быуат |
Биналар: Хан мәсәте • Ат һарайы корпусы • Ктапхана корпусы • Төп корпус • Гарем корпусы • Ыласын манараһы | |
Статус | тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы |
Сайт | Рәсми сайт |
Хан һарайы Викимилектә |
Һарайы Чурук-Су йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Уның комплексына төньяҡ һәм көньяҡ ҡапҡалар, Свита корпусы, һарай майҙаны, төп корпус, хәрәм (гарем), хандың аш-һыу бүлмәһе һәм ат һарайы, китапхана корпусы, ыласын манараһы, хан мәсете, Фарсы баҡсаһы, хан зыяраты, Диляра Бикечтың (бикәс) төрбәһе (кәшәнә), Төньяҡ һәм Көньяҡ төрбәләре, ҡәбер ташы өҫтөндәге ротонда, «Сары-Гюзель» мунсаһы, өс күпере булған яр буйы, баҡсалар һәм парк ҡоролмалары, Екатеринина миле һәм башҡа объекттар инә.
Һарайҙың архитектура стиле XVI — XVII быуаттарҙағы Ғосман архитектураһы традицияларын дауам итә. Төп архитектура идеяһы — мосолмандарҙың ерҙәге ожмах баҡсаһы тураһындағы күҙаллауҙарын тормошҡа ашырыу була. «Баҡсаһарай» ҡырым татарҙары теленән «һарай-баҡса» (bağça — баҡса, saray — һарай) тип тәржемәләнә. Һарай эсендә ағастар, сәскәләр һәм фонтандар булған ихаталар күп. Ҡоролмалар еңел, төрлөсә биҙәлгәндәр, тәҙрәләргә селтәрле рәшәткәләр ҡуйылған.
Федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты.