Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы
стандарттар сығарыу менән шөғөлләнеүсе халыҡ-ара ойошма. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы, ИСО (International Organization for Standardization, ISO) — стандарттар эшләү һәм сығарыу менән шөғөлләнеүсе халыҡ-ара ойошма.
Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 23 февраль 1947[1] |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | ISO |
Рәсми тел | инглизсә[2], Француз теле[2] һәм урыҫ теле[2] |
Ойошма ағзаһы | Joint Committee for Guides in Metrology[d] |
Ағзалар һаны | 165 Ил[3] |
Бойһонған ойошма (филиал) | ISO/IEC JTC1[d] һәм SPRING SG[d] |
В партнёрстве с | Международная организация гражданской авиации[d][4] һәм ЮНЕСКО[5] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Женева, Швейцария[6] |
Алыштырған | International Federation of the National Standardizing Associations[d] |
Электронная почта |
customerservice@iso.org[7] central@iso.org[6] dataprotectionofficer@iso.org[8] |
Рәсми сайт |
iso.org[7] iso.org/fr/ iso.org/ru/ |
Cтатус официального наблюдателя в организации | Всемирная организация интеллектуальной собственности[d][9] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 69 880 һәм 23 300 ± 99[10] |
Уставный URL | iso.org/files/live/sites… |
Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы Викимилектә |
Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы 1946 йылда егерме биш милли стандартлаштырыу ойошмаһы тарафынан барлыҡҡа килтерелә. Ул 1926 йылда Нью-Йоркта асылып, 1942 йылда ябылған ISA (International Federation of the National Standardizing Associations) менән 1944 йылда ойошторолған UNSCC (United Nations Standards Coordinating Committee) ойошмалары нигеҙендә хасил була. Эше ғәмәлдә 1947 йылда башлана[11]. СССР ойошманы нигеҙләүселәрҙең береһе, етәксе органдарының даими ағзаһы була; Госстандарт вәкиле ике тапҡыр ойошманың рәйесе итеп һайлана. Рәсәй СССР-ҙың вариҫы булараҡ ИСО ағзаһы ителә. 2005 йылдың 23 сентябрендә Рәсәй ИСО Советына инә.
Ойошманы төҙөгәндә һәм уға атама һайлағанда аббревиатураның бөтә телдәрҙә лә бер төрлө яңғырарға тейешлеге күҙҙә тотола. Тиң мәғәнәһен биргән ίσος (исос) тигән грек һүҙе алына, шунлыҡтан Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы «ИСО» тигән ҡыҫҡа атама йөрөтә.
ИСО-ның эшмәкәрлек даирәһе, электротехника менән электрониканан башҡа, бөтә өлкәләргә лә ҡағыла. Ә электротехника менән электроника Халыҡ-ара электротехника комиссияһы (МЭК, IEC) ҡарамағына инә. Ҡайһы бер эштәрҙе был ойошмалар бергә башҡара. Стандартлаштырыуҙан тыш, ИСО сертификатлау мәсьәләләре менән дә шөғөлләнә.
ИСО-ның бурыстары: донъяла тауарҙар һәм хеҙмәттәр менән алмашыуҙы тәьмин итеү, интеллектуаль, фәнни-техник һәм иҡтисади өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереү маҡсатында стандартлаштырыуҙы һәм төрҙәш эшмәкәрлек тармаҡтарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү.
Рәсми телдәре: инглиз теле, француз теле һәм рус теле[12].