Финики́я (грек. Φοίνικες, фойникес һүҙенән, «ҡарағусҡыл ил») — Урта диңгеҙҙең көнсығыш ярындағы, үҙәге хәҙерге Ливанда торған, боронғо дәүләт Финикияның төньяҡ сиге Оронт йылғаһы тамағында, ә көньяҡ сиге — Кармель тауы. Көньяҡта Финикия Израиль батшалығы, ә көнсығышта һәм төньяҡта — Сүриә менән сикләшә. Геродот әйтеүенсә, Финикия Посидийҙан алып Израиль батшалығына тиклем һуҙылған дәүләт. Селевкидала уны Орфосиянан (Нар-Берид тамағы) Нар-Зерк тамағына тиклем һуҙылған тип һанайҙар. Һуңғы географтарҙың берәүҙәре (мәҫәлән, Страбон) Финикия булып Пелусия яр буйы тулыһынса Пелусия, икенселәре уның сиктәрен Кесария һәм Кармелгә тиклем һуҙылған тип иҫәпләй. Бары тик Римдең һуңғы провинциаль бүленеше Финикия исеме менән Дамаск янына тиклемге территорияны атаған, ә һуңғараҡ Диңгеҙ яны Финикияһын Ливан территорияһынан айыра башлаған Юстиниан ваҡытында Пальмира Ливанға ҡушылған.

Ҡыҫҡа факттар Баш ҡала, Эре ҡалалары ...
Финикия
Kĕnaʿan (Ханаан)

Thumb
Финикия — союз приморских городов на восточном побережье Средиземного моря

 
 
XIII век до н. э.  VIII век до н. э.
Баш ҡала

Сидон, позже Тир

Эре ҡалалары

Акко, Ахзив, Сарепта Сидонская, Берит, Библ, Триполи, Карфаген, Арвад

Телдәр

Финикийский

Дин

Культ городских богов-покровителей

Идара итеү формаһы

Монархия

Царь
  

См. список

 Финикия Викимилектә
Ябырға

Илдең халҡы, финикийлылар, һөнәрселеге, диңгеҙ сауҙаһы һәм мәҙәниәте ныҡ үҫешкән ҡеүәтле цивилизация барлыҡҡа килтергән. Финикия яҙмаһы тарихта билдәләнеп ҡалған иң тәүге фонетик системалы яҙмалар иҫәбендә тора. Финикия цивилизацияһының сәскә атҡан ваҡыты б. э. т. 1200—800 йылдарға тура килә.

Финикия ҡалалары

Айырым торған финикия ултыраҡтары үҙаллы ҡала-дәүләттәргә әйләнгән. Иң баштағы дәүерендә был ролде Сидон үтәһә, һуңғы осорҙа Тир ҡалаһы ҙур әһәмиәткә эйә булған. Финикияның башҡа ҡалалары булып Акко, Ахзив, Сидон Сарептаһы , Берит (хәҙерге Бейрут), Библ (Гебал), Триполи һәм Арвад торған. Ҡайһы ваҡыт Финикиянан төньяҡта торған Угарит (хәҙерге Рас-Шамра) ҡалаһын да был илдең ҡалаһы тип иҫәпләйҙәр.

Исеме

Шулай уҡ ҡара

  • Финикийцы

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.