Филология
тел һәм әҙәбиәт ғилемдәре / From Wikipedia, the free encyclopedia
Филоло́гия (бор. грек. φιλολογία, «һүҙгә һөйөү») — телдә һәм әҙәби ижадта сағылыш тапҡан халыҡ мәҙәниәтен өйрәнеүсе фәндәр[1].
В. Даль һүҙлегендә «филология» (грек. һүҙгә һөйөү) — юҡҡа сыҡҡан боронғо телдәрҙе өйрәнеүсе фәне; тере телдәрҙе өйрәнеү — лингвистика. Лингвистика мотлаҡ филология даирәһенә инә тип әйтеп булмай: берҙән, лингвистика шөғөлө текстарҙы тикшереү генә түгел, икенсенән, мәсьәләнең культурологик яғына ҙур иғтибар бирмәй (тел менән мәҙәниәт бәйләнеше мөһим лингво-философик проблема булыуына ҡарамҫатан); филологияға ингән башҡа фәндәргә ҡарағанда лингвистика теүәл фәндәргә яҡыныраҡ тора. Рәсәйҙә лингвистика (шул иҫәптән дөйөм тел белеме) филология факультеттарында өйрәнелә; Көнбайыш Европала һәм Америкала филологияға боронғо телдәрҙе (классик филология) һәм урта быуат текстарын өйрәнеү инә, ә телдәрҙе, айырыуса тел теорияһын өйрәнеү айырым фән булып һанала
.